Ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ сит түгел

Бөгөн илдең ҡайһы төбәктәрендә һәм ҡайһы сит илдәрҙә башҡорттар ҡоролтайының төбәк йәмәғәт ойошмалары эшләй?

Асыҡ студия
Ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ сит түгел
Асыҡ студия

Рәйсә Ғәйфуллина. Сит илдәрҙә 8 ойошма: Эстония, Латвия, Украина, Белорусия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Таджикстан, Рәсәйҙә 38 башҡорт ойошмаһы эшләй. Күптәре тарихи башҡорт ерҙәрендә – Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған, Һарытау, Пермь  өлкәләрендә. Татарстанда,  Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономлы округтарында һәм башҡа төбәктәрҙә.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә 1 миллион 584 мең башҡорт бар. Шуларҙың 1 миллион 172 меңе Башҡортостанда йәшәй. Йәғни һандарға ҡарағанда,  милләттәштәребеҙҙең 26 проценты Башҡортостандан ситтә көн күрә.

- 2002 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорттарҙың кәмеүе күҙәтелә. Бының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?

Рәйсә Ғәйфуллина. Беренсенән, демографик хәлгә бәйле. Халыҡ һаны кәмей. Был башҡорт халҡында ғына түгел,  башҡа халыҡтарҙа ла күҙәтелә. Халыҡтар ассимиляцияға бирелә. Башҡорттар ауылдарҙа күберәк йәшәй. Күп сәбәптәр арҡаһында,  ауылдар бәләкәйләнә өлкән йәштәгеләр генә тороп ҡала, йәштәр ҡалаларға, сит яҡтарға ға китәләр. Ситкә киткәс телдәрен оноталар, икенсе халыҡҡа кейәүгә сығалар,кәләш алалар.

Маҡсатлы программалар бар, әммә улар тулыһынса ғәмәлгә  ашырылмай. 2008 йылғы Рәсәй Федерацияһы башҡорттары программаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндө 26 процентҡа ғына эшләй, сөнки финанс  хәлдәре ауырыраҡ. Мәҙәниәт министрлығы бик һәйбәт эшләй. Ҡалған ведомстволар әүҙемлек күрһәтмәй.

- Сит төбәктәрҙәге милләштәштәребеҙҙең йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Уларҙың эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?

Рәйсә Ғәйфуллина.Ҡоролтайҙар, Башҡорт ойошмалары бик һәйбәт эшләп килә. Силәбелә, мәҫәлән, өлкә ҡоролтайы һәм һәр ҡалала. районда ҡоролтайҙар эшләп килә. Шулай уҡ Ырымбур, Һамар өлкәһендә, Һарытау өлкәһендә, Татарстанда яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен онотмаҫҡа, тамырҙарын һаҡлап ҡалырға тырышалар. Үҫтереү өсөн төрлө саралар үткәрәләр.  2013 йылда Пермь крайында башҡорт телен өйрәтеүсе 7 факультатив мәктәп асылды. Пермь крайы хакимиәте, губернаторы ҙур ярҙам күрһәтте. Беҙҙең яҡтан да ярҙам булды. Әммә ләкин ҡаршылыҡтар, проблемалар бик күп әлегә…

Сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында яҡындан белгән һайын уларҙың рух ныҡлығына, милләт тип яныуҙарына һоҡланып ҡуяһың. Ҡасандыр гөрләп торған ауылдарҙың ташландыҡҡа әйләнә барыуы, бигерәк тә башҡорт ауылдарының юҡҡа сығыуы кеүек кире күренештәр һәр төбәктә күҙәтелһә лә, тыуған нигеҙен ҡоротмай, уны һаҡларға тырышыусы кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра. Проблемалар юҡ түгел, уларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү кәрәк һәм был эш башҡарыла ла. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй был эште бергәләп атҡарғанда – барыһы ла яйға һалыныр, моғайын. Вадим Лаврентьев.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии