Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисадының 2014 йылға күҙалланған хәле…

Студия ҡунағы:  Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты доценты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов.

Асыҡ студия
Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисадының 2014 йылға күҙалланған хәле…
Асыҡ студия

Илдар Ғәбитов: 2008 йылдан башланған көрсөктән беҙҙең ил сыға алмай интегә. Ул “Бөйөк депрессия” тип аталған 1929 йылдағы көрсөктән дә оҙағыраҡ дауам итә. Элекке иҡтисади теориялар был көрсөк алдында баҙап ҡалды. Медведев етәкләгән Рәсәй Хөкүмәте халыҡҡа киләсәктә тағы ла насарыраҡ йәшәйәсәкбеҙ, тип иғлан итте. Уларҙың иҡтисади яҡтан яңы ҡарашы юҡ. Ошо арҡала ил етәкселеге үҫеш юлдарын эҙләй башланы. Көнбайыш илдәре, АҠШ, Европа Союзының үҫеш темптары беҙҙекенә ҡарағанда юғарыраҡ, көрсөктән сығыу юлында торалар. Ә беҙҙең ил бер урында тапаныуын дауам итә.

     Беҙҙең сифатлы тауарҙарыбыҙ бар. Бына Ҡытай нимәһе менән алдыра тигәндә, уның продукцияһының үҙҡиммәте беҙҙекенә ҡарағанда түбән. Беренсенән, уларҙың эшсе ҡулдары арзан. Беҙҙә тәбиғәт шарттары арҡаһында күп яғыулыҡ ҡулланырға тура килә һәм продукцияның үҙҡиммәте ҡыйбат, конкурентлығыбыҙ түбән.

    Алда торған социаль бурыстарҙы үтәү өсөн  үҫеш йылына 5-6 процент тәшкил итергә тейеш. Әгәр ошоға өлгәшә алмаһаҡ, аҫҡа тәгәрәүҙе дауам итәсәкбеҙ. Иҡтисади үҫеш процентҡа ғына бәйле түгел, социаль өлкәләргә лә ҡайтып ҡала. Күпме аҡса тупланыҡ һәм уларҙы ҡайҙа ҡуйҙыҡ? Американың кәрәкле-кәрәкһеҙ ҡағыҙҙарын һатып алып, Америкаға ярҙам итеп тик ятабыҙ.

      Мәҫәлән, шул уҡ дәүләт корпорацияларына ғына күҙ һалайыҡ. Көньяҡ Корея, Японияла иҡтисади үҫеш корпорациялар арҡаһында дәүләт ярҙамында төҙөлгән (автомобиль, компьютерҙар етештереү һ.б.). Путин да шул юлдан китә башлағайны. Медведев Президент булған саҡта, уға ҡаршы сығып, дәүләт корпорациялары бөтөрөлөргә тейеш тине. Шулай уҡ етәксе итеп чиновниктарҙы ҡуймаҫҡа тигән дә ҡарар сығарҙы. Был корпорациялар тейешле үҫеш ала алманы. Ҡайһы берҙәре, мәҫәлән Роснано, Сколково кеүектәре бер кеше өсөн төҙөлдө лә, иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле булманы, шикелле.

      Тарихҡа  күҙ ташлаһаҡ, “бөйөк депрессия”нан һуң Германияла Гитлер власҡа килде. Демократик ысул менән, ябай халыҡтың ризаһыҙлығынан тыш, ул власҡа килгәс, 2-се Донъя һуғышы башланып китте. Тарихи парраллелдәр үткәргәндә, беҙгә лә һуғыш ҡурҡынысы янай. Көнбайыш илдәре иҡтисади үҫеште нисек тәьмин итте? Бар донъяны бер нәмә менән дә тәьмин ителмәгән доллар һәм евро менән тултырҙылар.

    Кредит алыу, алмауҙы һәр кем үҙе хәл итергә тейеш. Ул “элмәк”кә бер барып эләктеңме, сығыу юлдары бик ауыр. “Һум”дың хаҡы төштө, туҡта әле банктан аҡса алып ҡалайым тиеүҙән дә банктар ҙа йоҡлап ятмай, уларҙың эксперттары эшләй.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями