Уҡыусы быуынды нисек һаҡлап ҡалырға?

  Ике   миллиондан артыҡ документ, китаптар уҡыусылар ҡулында

Асыҡ студия
Уҡыусы быуынды нисек һаҡлап ҡалырға?
Асыҡ студия

 

Беҙҙең хеҙмәт менән 74 меңгә яҡын уҡыусы тәьмин ителгән. 2 миллиондан артыҡ документ, китаптарҙы уҡыусыларыбыҙ ҡулына биргәнбеҙ. Китапхана сайтына бик күптәр ингән, 456 мең ҡулланыусы сайтҡа мөрәжәғәт иткән.    Китапханала 3 быуын кешеләре эшләй. Өлкән апайҙар әйтеүенсә, элек китапханаға ҙур сираттар булған. Улар киске 11 –гә тиклем ялһыҙ эшләгәндәр, ә сират бер ҙә кәмемәгән.

    Үҙемдең 5 йыл эшләү дәүеремдә  хәл тотороҡло килә. Һәр йыл отчеттар, һығымталар яһайбыҙ.  Шулай ҙа китап уҡыусылар һаны, китап менән тәьмин итеү эштәре  яҡшы бара.

Уҡыусылар яйлап кәмегәндән-кәмей 

     Уҡыусыларыбыҙҙың күп ваҡыттарын интернет ала. Эйе, интернеттан китап уҡырға мөмкин, был һәйбәт күренеш. Шулай ҙа китапты ҡулға тотоп уҡыйҙарҙыр тип уйлайым. Сөнки китаптарҙы интернетта күреп, беҙҙән дә һорайҙар. Яңы сыҡҡан китаптарға, баҫыла торғандарға интернет иһә реклама булып тора.  Ул китап уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн бик һәйбәт. Эштә лә компьютерҙа ултырып, тағы өйҙә интернеттан китап уҡыһаң, һаулыҡ өсөн бик зыянлы. Шуға баҫылған китапты ҡулға алып уҡыуҙы дуҫтарым да, мин дә  хуп күрәм.

Уҡырға өндәү кәрәк

    Беҙгә йәштәр, студенттар күберәк килә. Өлкән быуын кешеләре лә йөрөйҙәр. Һуңғы ваҡытта тыл геройҙары, һуғышта тороп ҡалған батырҙар тураһында күп китаптар сыҡты. Кешеләр үҙҙәренең туғандарын, олаталарын эҙләп,  беҙгә мөрәжәғәт итәләр һәм беҙ уларҙы архивтарға ебәрәбеҙ.     Китапханала һәр кеше үҙенең күңеленә нимә оҡшай,  шуны таба ала. Әлбиттә, уҡырға өндәү кәрәк. Бигерәк тә, китап уҡыған бала һүрәте, йә классиктар әйткән һүҙҙәр яҙылған рекламалар, банерҙар етешмәй. Улар интернетта ла булһын ине.

     Электрон китапхана ла мәғлүмәттәр ҡасан да булһа  юғалырға ла мөмкин, ә беҙҙә улар ғүмер буйы һаҡлана. Һирәк ҡулъяҙмалар бүлеге лә эшләп килә.

 

  Ата-әсә  өйҙә китап уҡып, балаларға өлгө булырға тейеш

 

     . Был күренеш ғаиләнең  күркәм бер йолаһына  әүерелһен ине.  Беҙ күп саралар, конкурстар ойошторабыҙ, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусыларҙы китапханаларға йәлеп итергә тырышабыҙ. Әгәр ҙә авторҙар ситтә  яңы китап сығарһалар, беҙгә берәр экземпляр булһа ла алып килеп бүләк итһәләр яҡшы булыр, уны һатып та алабыҙ. Сөнки беҙҙән яңы сыҡҡан китаптарҙы йыш һорайҙар.

   6  февралдә Өфөнөң  Үҙәк китапханаһында “Уҡыусы быуынды нисек һаҡларға?” тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙа. Унда яҙыусылар, журналистар һәм төрлө һөнәр эйәләре ҡатнаша. 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии