Башҡортостанда айыҡ биләмәләр. Ҡоро закон.

Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә “ҡоро закон” индерергә кәрәклеген йыш телгә ала башланылар. Телгә генә алыу түгел, ә ҡайһы бер айырым төбәктәр үҙҙәрен хәмерҙән ирекле биләмәләр тип танытты.  Ошондайҙар исемлегенә Башҡортостанды ла ҡуйырға мөмкиндер. Сөнки республикала «Айыҡ ауыл» хәрәкәте бер нисә йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Айыҡ ғаиләләр генә түгел, ә тотош ауыл менән хәмерҙән баш тартыусылар бар беҙҙең арала.

Асыҡ студия
Башҡортостанда айыҡ биләмәләр. Ҡоро закон.
Асыҡ студия

“Ҡоро закон” эскелекте бөтөрөрмө? Бөгөн “Асыҡ студияла” иғтибар үҙгендә ошо мәсьәлә. Был тема буйынса әңгәмәләшергә “Айыҡ Башҡортостан” йәмәғәт хәрәкәте рәйестәре Роберт Дәүләтшин һәм Марат Абдуллинды саҡырҙыҡ.

Марат Абдуллин. Николай II ҡоро закон ҡабул итмәгән. Урындағы ҡала-ауыл халҡы теләһә,  һатыуҙы тыя ала, тигән хоҡуҡ биргән. Һөҙөмтәлә бер аҙна эсендә бар Рәсәй халҡы тулыһынса тыйыла. Был 11 йыл дауам итә. Ленин да был законды кәрәк тип тапҡан. Ул үлгәс, Сталин "ҡоро закон"ды юҡҡа сығара, хәмер һатырға рөхсәт итә. 2009 йылда Путин тәҡдим иткән концепция нигеҙендә бөгөнгө көндә Рәсәйҙең 40-ҡа яҡын төбәгендә айыҡ тормош алып барыу уңышлы бара. Башҡортостанда айыҡ тормош хәрәкәте бер нисә йыл рәттән эшләп килһә лә, беҙҙең урындағы хоҡуҡ, ҡануниәт бөгөн башҡа төбәктәрҙәге һымаҡ камил түгел. Халыҡ үҙе теләһә, көмөшкә һатыусыларҙы тыя ала, ә магазинда һатылған алкоголде тыя алмай, сөнки магазин хужалары ситтән килгән. Улар халыҡ, балалар тураһында уйламай. Шуның өсөн халыҡ беҙгә мөрәжәғәт итте, хөкүмәткә лә. Закондың үҙенсәлеге шунда: ул көсләп тағылмай. Урындағы халыҡтың теләге буйынса ғына ҡабул ителә. Европа илдәрендә, мәҫәлән, Норвегияла, бәләкәй райондарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла. 30 мең кеше йәшәгән урындарҙа ғына һатыла. Йәштәргә йәшәү мәғәнәһе бирер кәрәк. Интеллигенция булдырыу яғынан ныҡ эшләргә кәрәк.

Роберт Дәүләтшин. Статистика буйынса, төрмәләрҙә 80% кеше хәмер арҡаһында ултыра. 95% бала ата–әсәһе тере булып та балалар йорттарында йәшәй, сөнки улар эсә. 70% процент енәйәтселек, насар күренештәр ҙә хәмер арҡаһында килеп сыға.

1950 йылда ил башлыҡтары спиртлы эсемлектәр һатыу иҫәбенә дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Шул заманда СССР-ҙа бик күп һыра, шарап, араҡы етештереү заводтары төҙөлә, продукцияны һатыуға план билдәләнә. Һөҙөмтәлә 1965 йылда йән башына − 5, ә 1980 йылда 11 литр спирт тура килә. Ил ҡаҙнаһы тулылана, демография хәле киҫкенләшә. Ә хәмер ҡолдары армияһы йылдан-йыл арта. Тимәк, Рәсәйҙә эскелектең тамыр йәйеүенә мең йыл да, бер быуат та түгел, ә ни бары 50 − 55 йыл.  Йәғни, эскелек Рәсәй кешеләренең характер үҙенсәлектәре түгел, тигән һығымта яһарға кәрәк. Был афаткә бергәләп ҡаршы торайыҡ, ә дөрөҫөрәге айыҡлыҡ өсөн бергәләп көрәшәйек. Вадим Лаврентьев.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями