Ә дәүләт сәйәсәтенә килгәндә иҡтисадты алға ебәреүҙең бер ысулы тип ул билдәләнгән дә инде – булған кәртәләрҙе алып ташлау, компаниялар ирекле һәм емешле эшләһен өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсаты ҡуйылған. Быйылдан индерелгән яңылыҡ та насар түгел – етештереү, ғилми һәм социаль тармаҡтарҙа эшләйәсәк яңы предприятиелар, беләбеҙ, тәүге ике йылда һалымдарҙан азат ителә. Ғәмәлдә нисек килеп сығыр, мутлашыуҙар булмаҫмы – уныһы икенсе мәсьәлә, ә дәүләт, күреүебеҙсә, тармаҡты үҫтереү өсөн төрлө юлдар эҙләй. Һәм башҡалар, һәм бүтәндәр. Шулар тураһында беҙ бөгөн «түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышмаҡсыбыҙ.
Студия ҡунаҡтары - «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре - башҡарма директор Тимур Лоҡманов һәм коммерция директоры Ләйсән Николаева, яңы эш башлап йөрөүсе эшҡыуар Тимур Көнсыуаҡов.
Тимур Лоҡманов. Министрлыҡтар кесе эшҡыуарҙарға консультация бирмәй. Беренсе консультацияны банктар бирергә тейеш. Әгәр ҡыҙыҡлы клиент икәнһең, улар ярҙам итергә әҙер. Беҙ эшләгән ойошма - «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе”. Беҙ дәүләт менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрендә, килешеү нигеҙендә эшләйбеҙ. Йәш кешеләргә консультация бирәбеҙ. Ә инде тәрәнерәк ярҙам алырға уйлаһалар, беҙҙең ойошмаға инергә кәңәш итер инем. Дәүләт яғынан ғына ярҙам алыр өсөн генә түгел, мәҫәлән, сит илдәр менән дә бәйләнеш ҡорор өсөн. Сөнки эшҡыуарҙарға сит ил партнерҙары алдында беҙ поручитель һымаҡ булабыҙ.
Ләйсән Николаева. Дәүләт төрлө программалар ҡабул итә, проекттар эшләп килә (мәҫәлән, йәштәр өсөн “ Стартап” программаһы). Эшҡыуарлыҡҡа дәүләт яғынан ярҙам бар. Ләкин үҙеңә лә күп эшләргә кәрәк. Бизнес-план кәрәк. Амбицияларың да булырға тейеш. Әгәр беҙгә килһәләр, барыһына ла консультациялар аша ярҙам бирәбеҙ. Ниндәй документтар алып, ҡайҙа барырға, нисек дөрөҫ тултырырға.
Эшҡыуарлыҡҡа психологик яҡтан көслө кешеләр бара. Эшҡыуар ниндәй ауырлыҡтар үтеп, байып, алға киткәнен һөйләп бармай. Шуға уларҙы еңел тиҙ байыған һымаҡ күрәләр. Һәр кемдең үҙ урыны, бөтә кеше лә эшҡыуар булып китә алмай. Ләкин тырыш кеше, үҙенә ышанысы, теләге ныҡ булһа, юҡ аҡсаһын бар итеп эшҡыуар булып китә ала.
Йомғаҡ шул: Рәсәйҙә, уның эсендәге Башҡортостанда, иҡтисадты, ә, тимәк, тотош тормошто алып барыуҙың бик мөһим ысулы итеп кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ алынған, дөрөҫ тә алынған, сөнки дәүләттең бөтә тармаҡтарға ла ҡулы етмәй һәм был йүнәлештә уңыштар бар, әммә эшләйһеләр уларҙан күберәк әле. Рәсүл Сәғитов.