Дин һәм йәмғиәт. Дин һәм дәүләт. Дини белем. Имамдарҙың белемен камиллаштырыу.

“Фән донъя серҙәрен, уның эске ҡанундарын аса, әммә ләкин Алла кеүек илаһи нәмәнең асылына һәм тәбиғәтенә һис барып етә алмай барыбер. Динде белмәгән йәки уны инҡар иткән кеше үҙен ирекһеҙҙән рухи яҡтан фәҡирлеккә, мәҙәни һәм әхлаҡи сикләүгә килтермәй ҡалмай. Динде белеү кешене рухи күтәрә генә”, - тип яҙа билдәле яҙыусы, ғалим Ғайса Хөсәйенов.

Асыҡ студия
Дин һәм йәмғиәт. Дин һәм дәүләт. Дини белем. Имамдарҙың белемен камиллаштырыу.
Асыҡ студия

Дин һәм йәмғиәт. Дин һәм дәүләт. Дини белем. Имамдарҙың белемен камиллаштырыу. Бөгөн "Асыҡ студияла" – ошолар хаҡында әңгәмә.

Студия ҡунаҡтары - Башҡортостан мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов һәм Үҙәк диниә назаратының Йәштәр комитеты ағзаһы Вилүр Хәбилов.

Беҙҙең республикала йыл һайын 50-70 яңы мәсет төҙөлә. Бөгөн уларҙың һаны меңдән ашыу. Шул уҡ ваҡытта күп кенә имамдар ныҡ олоғайған. Йәш имамдар етешмәй. Бындай күренеш беҙҙә генә түгел, бөтә илдә күҙәтелә. Бынан тыш, күп оло йәштәге имамдарыбыҙҙың дини белеме юҡ. Сөнки Совет власы йылдарында тыуып үҫкән быуындарҙы атеист итеп тәрбиәләнеләр. Дөрөҫ, беҙ донъяуи илдә йәшәйбеҙ. Һәр кем һайларға ирекле. Аллаға ышынырғамы, әллә ышанмаҫҡамы? Шулай ҙа һуңғы ваҡытта күптәре аңланы: динһеҙ, иманһыҙ халыҡтың киләсәге лә юҡ.

- Үткән йылдың декабрендә Башҡортостандан бер төркөм кешеләр, Башҡортостан Үҙәк диниә назараты вәкилдәре, райондарҙан имам-мөхтәсибтәр һәм ғалимдар Төркиәгә барып курстар үтеп ҡайтты. Делегация составында һеҙ ҙә булдығыҙ. Әңгәмәне ошонан башлайыҡ. Төркиәгә сәфәрәгеҙҙең маҡсаты ниндәй булды?

Был курстарҙы Рәсәй мөфтөйҙәр ҡоро ойошторҙо. Төркиәнең диниә назараты менән беҙҙең Рәсәй диниә назараты араһында бәйләнеш булдырылды, килешеү төҙөлдө. Уның эсендә Төркиәгә барып уҡыу ҡаралған ине. Беҙ тырыш, белемгә ынтылған әүҙем имамдарҙы һайлап төркөм булдырҙыҡ, ғалимдар һәм йәштәр менән эш иткән кадрҙар ҡушылды. Ай ярым уҡып ҡайттыҡ. Йәштәр менән эшләгән кешеләр, лидерҙар менән осрашып таныштыҡ. Төркиә һәм Башҡортостан мосолмандарының дине бер һәм оҡшаш икәненә инандыҡ. Зәйнулла ишан хәҙрәтте яҡшы беләләр, уның тәғлимәттәренә таянып ҡайһы бер уҡыуҙарын да алып баралар.

- Республика Президенты Рөстәм Хәмитов «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында ошо турала әйткәйне – дини белем алыу өсөн йәштәргә сит илдәргә сығыу кәрәкмәй. Сөнки тап сит төбәктәрҙә белем алған шәкерттәр диндең төрлө киҫкен һәм экстремистик йүнәлештәге төркөмдәренә элегә һәм ошо тәғлимәттәрҙе тыуған яҡтарына ҡайтып өйрәтә башлай. Был кире йоғонтоға, бигерәк тә, йәштәр дусар була. Ошоға нисек ҡаршы торорға була?

Айнур Арыҫланов. Беҙ йәш кешене тота килеп сит илгә уҡырға ебәреүгә ҡаршы. Тәүҙә үҙебеҙҙә белем алып, умыртҡа бағанаһы нығынып, ниндәйҙер нигеҙ алып, шунан ғына сығырға тейеш. Әгәр белемһеҙ йәштәрҙе сығарып ебәрәбеҙ икән, уға кем нисек теләй, шулай умыртҡа бағанаһы ултыртасаҡ. Шуның өсөн беҙҙә 1-2 йыл Ислам университетында йә берәй мәҙрәсәлә уҡытып, шунан ғына сығырға рөхсәт итергә тейешбеҙҙер. Әммә тыйған закондар юҡ, кем ҡасан теләй, шул ваҡытта сит илгә сығып уҡый.

Тура юлдан ситкә тайпылмаҫҡа кәрәк. Борондан ата-бабаларҙан килгән дин кешеләрҙе тура юлдан барырға, ситкә тайпылмаҫҡа өйрәтә, риүәйәттәр, ҡанундар аша, пәйғәмбәрҙәр өлгөһөндә яҡшылыҡҡа өндәй, кеше булып йәшәүҙең баһаһын аңлатырға тырыша.

Тапшырыуға йомғаҡ яһап шуны билдәләргә була - бөгөнгә төп бурыстарҙың береһе – илдең дини белем биреү, дин белегестәрен әҙерләү системаһына ярҙам итеү. Дәүләт был йәһәттән етди эштәр башҡара. Мәҫәлән, юғары уҡыу йорттары дини белем биреү учреждениеларына партнер булараҡ беркетелә. Беҙҙең республикала Рәсәй мосолманадары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй Ислам университеты менән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Баш ҡалала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ислам академияһын ойоштороу йәһәтенән  эш дауам итә.

Вадим Лаврентьев.

Фото №1 - Дин һәм йәмғиәт. Дин һәм дәүләт. Дини белем. Имамдарҙың белемен камиллаштырыу.
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти