Сочи-2014

Беҙҙә ҡунаҡта -  тап Сочи олимпиадаһы менән ентекле шөғөлләнеүсе Башҡортостандың Юғары спорт мәктәбе белгесе, еңел атлектика буйынса донъя чемпионы Усман Йәмғуров һәм Киров районы  хакимиәтенең спорт бүлеге етәксеһе Артур Әлибәков.

Асыҡ студия
Сочи-2014
Асыҡ студия

Усман Йәмғуров. Фигуралы шыуыу Рәсәй флагманы ине, шунан юғалып  ҡалды, әле кире ҡайтты, тип әйтһәк тә булалыр. Беҙ  ҡайһы бер спорт төрөндә  традицияны һаҡлай алмайбыҙ,  ун йыл һәйбәт барһа, ун йылға юғалырға мөмкин. Ә Ҡытайҙа спорт интернаттарында  5 йәштән йәшәп, көнөнә  унар сәғәт шөғөлләнәләр. Унда  миллионлаған бала араһынан йыйылма командаға иң яҡшыларын һайлап алыу еңелерәк. Шуға Ҡытай менән сағыштырып булмай. Бөгөн көндә Рәсәйҙә спортҡа коммерция ныҡ үтеп инде. Ҡайһы бер спорт тренерҙары - менеджерҙар күберәк аҡса тураһында уйлай,  спортсмен  әҙерләү тураһында уй әҙерәк. Һуңғы йылдарҙа яҡшы спортсмендарҙы үҙебеҙҙә һаҡлап ҡала алмайбыҙ, сит илдәр өсөн сығыш яһап, уңыш ҡаҙаналар. Башҡортостанда 20 йыл инде шорт-трекка  урын  - боҙ таба алмайбыҙ. Өфөлә биш һарай, шорт трекка һаман урын юҡ…

Артур Әлибәков. Бөгөнгө көндә 32 ҡала муниципаль  спорт мәктәбенең туғыҙында  ғына база  бар.  Спорт төрҙәрендә шөғөлләнергә урын булмаған өсөн спортсыларҙы юғалтабыҙ. Күп нәмә аҡсанан торһа ла, бөтә нәмә лә аҡсанан тормай. Система булып, спорт интернаттары булдырылып, буласаҡ спортсыларҙы бәләкәйҙән һайлап ала алһаҡ, әлбиттә, донъя кимәлендә яҡшы күренер инек. Беҙҙә бөтәһе лә насар, тип әйтеп булмай, уңыш тигән нәмә лә бар. Иң алдан барғандар ҡолап, иң арттағы еңергә лә мөмкин.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ