Һалымдар, уларҙы түләү өлкәһендә яңы индерелгән үҙгәрештәр.

Студия ҡунағы - һалым инспекцияһы белгесе Айгөл Сабирова. ​

Асыҡ студия
Һалымдар, уларҙы түләү өлкәһендә яңы индерелгән үҙгәрештәр.
Асыҡ студия

Һалым Кодексының 220-се статьяһына 2014 йылдың 1 ғинуарынан индерелгән үҙгәрештәр ғәмәлгә ашты. Әгәр ҙә быйыл күсемһеҙ милек һатып алаһығыҙ икән, мәҫәлән, бүлмә, фатир, өй - һәр күсемһеҙ милеккә һалым ташламаларын ҡайтарып ала алаһығыҙ. Ташлама 2 млн һум суммаға ҡаралған, йәғни 260 мең тигәнде аңлата. Һәр милексе үҙ ташламаһына дәғүә итә. Мәҫәлән, ғаиләлә ир менән ҡатындың өлөшләтә күсемһеҙ милеге бар икән, уларҙың һәр береһе 260-шар мең һум ҡайтарып ала. Тик бер шарт – уларҙың икеһе лә эшләргә тейеш. ​

Шундай ыңғай үҙгәреш бар. Хәҙер бер нисә урында эшләйһең икән, һалым ташламаһын барлыҡ эш урынынан алыу мөмкинлеге бар. Шулай итеп, тейешле ташламаңды тиҙ ҡайтара алаһың. Бының өсөн һалым инспекцияһына барып ғариза яҙып, һалым ташламаһына хоҡуғың бар тигән уведомление алып эш урынына тапшыраһың. ​

22 йыл буйына граждарға иҫкәртмәләр ебәреп торҙоҡ. Быйыл  ебәрмәнек, сөнки һәр кем һалым инспекцияһы алдындағы бурыстарын белергә тейеш. Һалым түләүсенең шәхси кабинеты, эшләп килә. Шунда инһәгеҙ, һалым түләү тәртибе менән таныша алаһығыҙ. 14-15 мартта һәм 11-12 апрелдә һәр һалым инспекцияһы асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙар менән белгестәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ