Ватанды һаҡлаусылар көнө.

Бөгөнгө сығарылышта Башҡортостандандың данлы шәхестәре -  Советтар Союзы геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотдос Ҡәниф улы Латыпов һәм Афған, Беренсе һәм Икенсе Чечен һуғышы ветераны, Рәсәй Геройы Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов ҡатнаша.

Асыҡ студия
Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Асыҡ студия

 Ҡотдос Латыпов 1923 йылдың 14 июлендә Мәсетле районының  Яңы Мишәр ауылында тыуа. Башта Мәсәғүт педагогия училищеһын, унан һуң Белорет аэроклубын тамамлай. 1941 йылда фронтҡа алына. Волхов, Көнбайыш һәм икенсе Украина фронтында хеҙмәт итә. 134 хәрби осош атҡара, немец ғәсҡәрҙәренең 22 танк, 40 автомашина, 5 самолет, ҡорал һәм боеприпастар менән 2 эшелонын тар-мар итә. Уның батырлығы Советтар Союзы Геройы тигән юғары дәрәжә менән баһалана. Һуғыш тарихын һәм хәрби тормошто һүрәтләгән 3 китап авторы, илебеҙ баш ҡалаһы - Мәскәүҙә йәшәй.

            Ҡотдос Ҡәниф улы Латыпов Бөйөк ватан һуғышында Герой исеменә лайыҡ булған Башҡортостан яугирҙары араһынан иҫән ҡалған берҙән-бер ветеран. 91 йәшлек аҡһаҡал һаман да сафта. Күптән түгел ул Өфөлә булды, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Ни өсөн бөгөн илһөйәрлек төшөнсәһе ҡаҡшаған. Был һорауға Геройҙың үҙ яуабы. Советтар Союзы тип исемләнгән бөйөк державаның юҡҡа сығыуы, идеология булмауы.

  Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм Рәсәй геройы исеменә лайыҡ яҡташтарыбыҙ һаны  9. Бөгөн уларҙың 7-һе иҫән. Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов Әлшәй районы Түбәнге Әүрез ауылында тыуып үҫә. Һарытау хәрби авиация училищеһын тамамлай. Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2000 йылдың 21 апрелендә Рәсәй Геройы исеме бирелә. Бөгөн Мәскәүҙә йәшәй, Советтар Союзы һәм Рәсәй геройҙары фонды вице-президенты. Запастағы полковниктың хәрби тормошо ябай әрме хеҙмәтенән башлана. Ул 19 йәшендә үҙ теләге менән Афғанға китә.

    2013 йылдың 9 декабрендә яңы Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр Геройҙар көнө билдәләнде. Илебеҙҙең данлы шәхестәрен Президент Владимир Путин ҡабул итте. Рафиҡ Ихсанов, тап йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тарихи дөрөҫлөктө сағылдырыу маҡсатында фильмдарҙың әҙ төшөрөлөүен билдәләй. Айырым алғанда Афған һуғышы темаһына туҡтала. Ил башлығы тәнҡит менән килешә. Бөгөн ошо йүнәлештә эш башланған. Афған һуғышында ҡатнашҡан вертолетсылар полкы хаҡындағы нәфис фильм буйынса төп кәңәшсе итеп тәғәйенләнгән.  91 йәшлек Советтар Союзы геройы Ҡотдос Латыпов иһә ошо арала нәшриәткә өсөнсө документаль йыйынтығын тапшырған.

Советтар Союзы геройы, Бөйөк ватан һуғышы ветераны Ҡотдос Ҡәниф улы Латыпов.

Һуғышты 566-сы авиция полкынан башлап, аҙағына тиклем  летчик-һөжүмсе  вазифаһында булдым.  Бөйөк Еңеүҙе Вена,  Прага райондарында ҡаршы алдым. 

Кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе – тыуған яҡ.  Шуның өсөн дә йыш ҡына тыуған яҡтарымда булырға тырышам,  Әй буйында йөрөргә яратам.

 ,,Патриотизм,, төшөнсәһе нимәне аңлата тигәндә, тәү сиратта тыуған илеңде яратыу тиер инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр уны аңламай. Йәштәр, уҡыусы балалар менән осрашҡанда был һүҙҙең мәғәнәһен төшөндөрөргә тырышам. Белһендәр ине  тыуған илдең, ата-әсәң, яҡындарың, барлыҡ туған халҡың ҡәҙерле икәнлеген. Тыуған илен хөрмәтләгән – тыуған халҡын да ҡәҙерләр. Халҡыбыҙҙың үткәнен Салауат Юлаевһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Бына шундай батырҙарыбыҙға тиңләшергә тейешбеҙ.  Беҙҙең быуын Октябрь революцияһынан һуң үҫкән быуын  пионер, комсомол, коммунист булдыҡ. Социалистик, марксизм-ленинизм идеологиялары беҙҙең өсөн иң дөрөҫ идеология ине. Тик шул идеология ғына кешегә яҡшы, яҡты тормош бирә ала тигәнгә инаныу бик көслө булды.

 Герой булыу өсөн бик күп сифаттарға эйә булыу зарур: тыуған илеңде яратырға, физик һәм рухи яҡтан ҡаҡшамаҫ ныҡлы булырға кәрәк.

Афған һуғышына хөрмәт менән ҡарайым. Ундағы халыҡҡа ярҙам итеп бик дөрөҫ эшләнек. Ул саҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрһәк, Американдар көнъяҡтан инеп Афғанстанды баҫып алырға уйлайҙар ине, урындағы халыҡ совет һалдаттарынан үрнәк алырға тырышты, ил эсендә революцион көстәр күбәйҙе.

Рәсәй Геройы, запастағы полковник Рафиҡ Рәшит улы Ихсанов.

        Тыуған яғыма ҡайтҡанда ауыл, район, республика йәштәре менән йыш осрашам. Миңә ҡалһа, күберәк Афғанстан  ветерандары менән осраштырып, ошо ил тураһында һөйләргә кәрәк. Бынан йәш быуын өлгө генә аласаҡ. Патриотик эш Башҡортостанда аҙ алып барыла тип булмай. Быға республика Хөкүмәте, йәмәғәт ойошмалары ла ҙур иғтибар бүлә. Әле эшләйһе эштәр бихисап.Миҫалға, Америкалар Вьетнамда ҡатнашҡан һуғыш тураһында 150 фильм төшөргән. Ә беҙҙә Афғанстандағы һуғышҡа бәйле 7 генә кинофильм бар.

Беҙ Афған ветерандарын ғына түгел, ә ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан барлыҡ ветерандарҙы берләштереүсе лә. Шуның өсөн үҙебеҙҙең ветерандарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Ҡаты яраланып ҡайтҡан, инвалид, ҡараусыһын юғалтҡан ғаиләләргә һис шикһеҙ льготалар кәрәк.

Мин үҙем летчик булараҡ, беҙҙең армия яңы самолет, вертолеттар менән тулыландырыла тип әйтә алам. Кадет мәктәптәрендә осрашыуҙа булғанда ла йәштәргә армия хеҙмәтенә ҡурҡмай бара алаһығыҙ, тим. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары “тыуған ил”,  “илһөйәрлек” төшөнсәләрендә өлгө булып торған кеүек, беҙ ҙә йәш быуынға үрнәк, өлгө булырға тейешбеҙ. Был - беҙҙең төп бурыс.

Эйе, беҙҙең ил, тәү сиратта, Бөйөк ватан һуғышында күрһәткән берҙәмлеге, илһөйәрлек асылы менән данлы. Ҡотдос Латыпов һәм Рафиҡ Ихсанов кеүек илебеҙ геройҙары һанланмай, улар үрнәгендә лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләнмәһә, китаптарҙа, киноларҙа данланған ҡаҡшамаҫ рухыбыҙға балта сабыу булмаҫмы. Тыуған илде һаҡлауҙы – асыҡтан-асыҡ һуғышта күрһәтер батырлыҡ тип кенә ҡабул итеү дөрөҫ түгел, әле алып барылған ҡоралһыҙ һәм күҙгә күренмәгән  алышта һынмау, берҙәмлекте һәм илһөйәрлекте һаҡлау зарур, хатта бөгөнгө заман, ай-һай, нығыраҡ рух көсөн талап итәйме икән.

 

 

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Оло хөрмәт менән һуғыш ветерандары, әрмелә хеҙмәт иткәндәрҙе тәбрикләйбеҙ.  Ватан алдында үҙ бурысын үтәмәгән ир-егеттәрҙе ҡотлауҙа ла һис хилафлыҡ юҡ. Шулай ҙа был байрам ҡәҙимге күңел асыу ғына түгел, нигеҙендә ватандарлыҡ  асылы ятыуын онотмайыҡ. Зөлфиә Рәхмәтуллина. 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ