Республика парламенты эшмәкәрлеге...

 

Асыҡ студия
Республика парламенты эшмәкәрлеге...
Асыҡ студия

“Асыҡ студия” ҡунағы — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе  урынбаҫары Йомабикә Ильясова. Алып барыусы — Рәсүл Сәғитов.

 

  Рәсүл Сәғитов: “Пленар ултырыш ғәҙәттәге ваҡытта, ҡәҙимге урынында уҙҙы, көн тәртибенә лә алдан планлаштырылған мәсьәләләр индерелде. Быны шул иҫәптән көҙгө сессия аҙағында – яҙғы сессия башында ҡарала башлаған закондар проекттарының сираттағы уҡыуға сығарылыуы ла раҫлай. Шулай тигәндә, мәҫәлән, республика Конституцияһына үҙгәрештәр индерелеүе күҙҙә тотола. Йәмғиәттә нисектер иғтибар әллә ни ителмәүгә ҡарамаҫтан, ошо пакет эсендә республика етәксеһе вазифаһының атамаһы үҙгәреү ҙә бар ине һәм мәсьәлә бөгөн өсөнсө, һуңғы уҡыуҙа, ҡаралды, хупланды, хәҙер инде законға президенттың ҡул ҡуйыуы, матбуғатта баҫылыуы ғына шарт. Ә көсөнә инеү көнөнөң  2015 йылдың 1 ғинуары икәнен күптән беләбеҙ. Быны беҙҙең депутаттар билдәләмәне, бының федераль закон ҡушыуы икәне мәғлүм.

   Йәнә лә дәүләт хакимлығы органдары  ҡарарҙар ҡабул иткәндә унда граждандарҙың ҡатнашлығын тәьмин итеү маҡсаты ҡуйылған. Был – бик мөһим проект, сөнки камил ҡарар күмәк фекер һөҙөмтәһендә генә тыуырға мөмкин. Ул ғына ла түгел – граждандарға закон сығарыу башланғысы менән сығыш яһау хоҡуғы ла бирелә һәм бындай закондар проекттарын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай мотлаҡ ҡарарға бурыслы.

 Йомабикә Ильясова: Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса Республика кодексына шулай уҡ төҙәтеү индерелде. Уларҙың береһе — транспорт менән тәртип боҙоу булған осраҡта, йәғни махсус урынға ҡуйыу, һаҡлау һәм хужаһына кире ҡайтарыу  тәртибе ҡаралды. Был осраҡта вазифалы кешеләргә — 10 мең һумдан 20 меңгә тиклем, ә юридик   шәхестәргә 50-100 меңгә тиклем штраф. Икенсеһе, күп фатирлы йорттарҙа торлаҡ майҙанына инмәгән урындарҙы шәхси кешеләр үҙҙәре теләгәнсә итеп, үҙгәртеп, төҙәтеп үҙҙәренә ҡулайлаштырып ала ине.  Бының өсөн  бер ниндәй яза юҡ, ә хәҙер, киреһенсә, ябай кешеләргә — 3 меңдән -  4меңгә тиклем, вазифалы кешеләргә — 10-15 меңгә,  юридик шәхестәргә 20 -  40 меңгә тиклем штраф янай.

Бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә кешеләрҙең иҫәбе киңәйтелде. Хәҙер унда Рәсәй хеҙмәт геройҙары,  ҡараусыһыҙ ҡалған балалар һәм балаларҙы тәрбиәгә алған ғәиләләр бушлай ярҙам ала ала…

Рәсүл Сәғитов: Граждандар төркөмдәренә закон сығарыу башланғысы менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген биреүҙе ярайһы демократик күренеш тип баһалау дөрөҫтөр. Бынан нимә көтәһегеҙ – мөрәжәғәттәр булырмы? Сөнки беҙҙең илдә халыҡтың әллә ни әүҙем булмағаны билдәле.

Йомабикә Ильясова: Мөрәжәғәт булғандан һуң, юристар тарафынан ҡарала, депутаттар уларҙы ниндәйҙер күҙәтеүгә ала һәм үҙенең ҡарашы, ҡабул итеүе менән байыта.  Эшләмәгән закондар ҡабул  ителмәһен өсөн, һәр комитет янында  эксперт советтары булдырҙыҡ. Был төркөмдәргә абруйлы кешеләр инә.  

Рәсүл Сәғитов:  Парламент республиканың ижтимағи-сәйәси тормошон да, социаль-иҡтисади ҙа, рухи-мәҙәни өлкәләрҙе лә даими күҙәткелә тота, эшмәкәрлегенә яңылыҡтарҙы ла индерә – быға миҫал булып, бөгөн телгә алынған да инде проекттар – граждандарға дәүләт хакимлығы эшендә нисектер ҡатнашыу мөмкинлеген, хатта, бығаса һис була алмағанса, уларға закондар сығарыу башланғысы менән мөрәжәғәт итеү хоҡуғын биреүҙе килтерергә була.

 

Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Асыҡ студия
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Асыҡ студия
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
БАШКОРТТАР-БСТ