Ирекмәнлек хәрәкәте.

Студия ҡунаҡтары -  Сочи Олимпиадаһы ирекмәндәре  Наил Нурмиев менән Ильяс Сәғитов һәм беҙҙең даими эксперт Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Артур Әлибәков.

Асыҡ студия
Ирекмәнлек хәрәкәте.
Асыҡ студия

Вадим Лаврентьев.  Ғәмәлдә кем ул волонтер? Һүҙлек уға дөрөҫ аңлатма бирәме?

Ильяс Сәғитов. Һүҙлектә аңлатма дөрөҫ бирелгән тип уйлайым. Сөнки ҡайҙалыр үҙ иркең менән эшкә барып, шул эште башҡараһың.

Наил Нурмиев.  Ильяс менән килешәм. Волонтер аҡсаны беренсе урынға ҡуймай, эш башҡарған кеше.

Волонтерлыҡ эшме йәиһә шөғөлме?

Ильяс Сәғитов. Минеңсә волонтерлыҡ -  шөғөл. Беренсенән, уның өсөн аҡса алмайһың, икенсенән даими эш түгел.

Артур Әлибәков. Беренсенән, волонтерлыҡ - бик яуаплы эш. Беҙҙең Рәсәйҙә сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән хәрәкәт. Уны шөғөл, тип кенә әйтеп булмай. Унда бай тәжрибә туплана. Хеҙмәт кенәгәһенә теркәү ҙә дөрөҫ булыр ине.

Наил Нурмиев. Беҙҙең һәр беребеҙгә ,,волонтер,, кенәгәһе таратылып, кемдең ниндәй объектта эшләгәне теркәлеп барҙы.

- Һайлап алыу ҡасан башланды һәм Сочи волонтерҙарына ниндәй талаптар ҡуйылды?

Наил Нурмиев. 2010 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Һәм шул йылда беҙҙең уҡыу йортонда волонтер үҙәге асылды. Уны беҙгә лекцияларҙа иғлан иттеләр. Өфөлә төрлө акцияларҙа ҡатнашып, Олимпия уйындарына бай тәжрибә тупланыҡ.

Ильяс Сәғитов.  Миңә бер ниндәй ҙә тренинг үтергә тура килмәне. 2-се курста, 2012 йылда Өфөлә хоккей буйынса чемпионат үткәндә уҡытыусыбыҙ тәржемәсе булараҡ ҡатнашырға тәҡдим итте. Артабан Сочиға саҡырҙылар.

- Ҡайһы урында волонтер булып эшләнегеҙ?

Наил Нурмиев. Биатлон үҙәге “Лаура”ла эшләнем.

Ильяс Сәғитов. Диңгеҙ яры буйы кластерында коньки уҙыштары, хоккей, фигуралы шыуыу  буйынса ярыштар үтте. Мин Швеция ҡатын-ҡыҙҙар хоккей  командаһында тәржемәсе булдым.

- Ирекмәндәрҙең эше закон менән сикләнергә тейешме?

Артур Әлибәков. Закон булырға тейеш. Беҙҙең күрше илдәрҙә, Европала, АҠШ-та волонтерҙарға ҡарата күптән айырым закон ҡабул ителгән.

- Өфөлә декабрҙә Олимпия уты эстафетаһы үткәйне инде.  7-се мартта Сочиҙа Паралимпиада старт ала. Ә турнир алдынан уйындарҙы үткәргән илдә, ғәҙәттәгесә, Паралимпиада уты эстафетаһы үтә.

- Артур Айҙар улы, Өфөләге эстафета тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ.

Артур Әлибәков. Волга буйы Федераль округының баш ҡалаларында паралимпия эстафетаһы үтте. Өфө ҡалаһында 12 сәғәт 30 минутта Башҡорт дәүләт академия драма театры майҙанында  старт алып,  Конгресс-холл эргәһендә, С.Юлаев майҙанында тамамланыҡ. Оҙонлоғо 5 саҡрым самаһы булған эстафетала 51 спортсы ҡатнашты. Уларҙың 60 процентҡа яҡыны мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар.

- Беҙҙең республикала Паралимпия спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә шарттар бармы?

Артур Әлибәков. Ике-өс йыл элек Рәсәй Федерацияһының  ,,Асыҡ мөхит,, тигән программаһы барлыҡҡа килде. Шул программаға ярашлы, беҙҙең  республика һәм ҡала округында айырым программалар булдырылды.  Өфөләге муниципаль спорт мәктәптәрендә  күп кенә эштәр башҡарылды. Ләкин ул мәктәптәр бөгөнгө көндә инвалидтарға ярашлы тип әйтеп булмай. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр айырым спорт төрҙәре менән шөғөлләнә ала. Өфөлә, Затон биҫтәһендә Паралимпия үҙәге төҙөлөп ята. Ул 2015 йылда тамамланырға тейеш.  

Бөгөн 32 муниципаль спорт мәктәбенең 17-һендә  13 спорт төрө менән  377 мөмкинселеге сикләнгән спортсы шөғөлләнә. Уларҙы 41 спорт инструкторы алып бара. Тауҙан шыуыу буйынса, волейбол, дзюдо, йөҙөү буйынса, футбол, уҡтан атыу һәм башҡалар…

Паралимпиадала ҡатнашыусы ирекмәндәргә ниндәй талаптар ҡуйыла?   Паралимпиадала волонтер булып эшләй алыр инегеҙме?

Наил Нурмиев. Әлбиттә, ҡатнаша алыр инек. Бигерәк тә беҙҙең медицина йүнәлешендәге волонтерҙар бик кәрәк булыр ине. Беҙгә алмашҡа беҙҙең университеттан 13 студент-волонтер Сочиға юл алды ла инде.

Ильяс Сәғитов. Минеңсә, тәржемәселәргә һәр саҡ ихтыяж көслө.

Артур Әлибәков. Волонтерҙар өсөн закон ҡабул ителергә тейеш. Бигерәк тә хәүефһеҙлек яғын күҙ уңында тотоу кәрәк. Улар һайлау туры аша үткәс кенә ирекмән булып китергә тейештәр тигән фекерҙәмен.

Фото №1 - Ирекмәнлек хәрәкәте.
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями