Сит ил паспортын алыу ҡағиҙәләре.

Студия ҡунағы -  Республика миграция хеҙмәте белгесе Рәсилә Фәрит ҡыҙы Ҡарабулатова.

Асыҡ студия
Сит ил паспортын алыу ҡағиҙәләре.
Асыҡ студия

Рәсилә Ҡарабулатова. Киләсәктә яңы паспорттар буласаҡ, әлегә ҡасан икәне билдәһеҙ. Бөгөн сит ил паспортын алыу өсөн бер ай ваҡыт үтә. Әлегә Башҡортостанда электрон сират юҡ, киләсәктә буласаҡ.

Сиратта тороу   халыҡ күплеге менән бәйле тип уйлайым. Кешеләргә еңелерәк булһын өсөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә, Киров, Октябрь, Ордженикидзе райондарында, Туймазы, Мәләүез, Салауат,  Бәләбәй, Кумертау ,Сибай ҡалаһында , яңыраҡ Ҡыйғы районында  асылды. Унда ғаризаларҙы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе һәм күп функциялы үҙәктәр аша тапшырырға мөмкин.

Ябай сит ил паспортын биометрик сит ил паспортына алыштырыу кәрәкмәй, әгәр уның ҡулланыу ваҡыты үтмәгән икән.  

Биометрик паспорт 10 йылға бирелә, пошлина 2500 һум тора, 14 йәшкә тиклем  балаларға - 1200 һум. 5 йылға бирелгәне  - 1000 һум (14 йәшкә тиклем 300).

- Тимәк, яңылыҡтарҙан беренсе ҡыуаныслы хәбәр - хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе һәм уны кадрҙар бүлегенән раҫлатыу кәрәк булмаясаҡ.  

Рәсилә Ҡарабулатова. Беҙгә ғариза, госпошлина һәм төҫлө фотография кәрәк. Беҙ төрлө органдарға үҙебеҙ запрос ебәрәбеҙ,  хәрби  билет та талап итмәйбеҙ. Документтарҙы онлайн режимда тапшырып була. Балаларға паспорт алғанда, анкетаны иғтибар менән дөрөҫ тултырырға кәрәк.  Башҡа   туғандар өсөн паспорт алып булмай. Һәр кем үҙе Рәсәй паспорты менән мөрәжәғәт итә.

Элекке ҡағыҙ-ҡатырға паспорттар бөтәсәк, улар урынына пластик, биометрик паспорттар киләсәк.. Был бөгөндән башлап, элекке сит паспорттарын ташлап, яңыларына күсеү тигән һүҙ түгел. Әммә был кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил. Закон. Заман талабы. Ә нанозаман менән бергә атлайбыҙ. Матур һәм файҙалы сәфәр барығыҙға ла. Гүзәл Ситдиҡова. 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Пенальти