Төбәк йәмәғәт үҙидаралыҡтары.

“Асыҡ студия” ҡунағы — “Башҡортостан республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһы рәйесе Рөстәм Исхаҡов. Алып барыусы – Зөлфиә Рәхмәтуллина.

Асыҡ студия
Төбәк йәмәғәт үҙидаралыҡтары.
Асыҡ студия

Рөстәм Исхаҡов: ТОС һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары - икеһе ике төрлө төшөнсә. Беҙҙә ауыл биләмәләре федераль закон нигеҙендә эшләнгән, уларҙың буйһоноусылары бар, ниндәйҙер бер яуаплылыҡ булһа, уларға аҡса бүленә. Ә территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарының бындай вәкәләттәре юҡ, сөнки улар йәмәғәт ойошмалары булып ҡала. Үҙҙәренең эшен үҙҙәре билдәләй, был бер ауылда ғына, йә ауылдың бер урамында ғына булырға мөмкин. Әлбиттә улар проблемаларын бергә хәл итергә тейештәр. Иң төп принцибы: бер-береһе менән партнер булып эшләргә тейеш. 818 ауыл советы бар икән, уға 4 меңдән ашыу ауыл ингән. Иң ҙур ауырлыҡтарҙың береһе — аҡса етмәү. Ике генә төр һалымдан аҡса килә: ергә һәм мөлкәткә. Был һалымдар бөтә сығымдарҙы ҡаплай алмай. Һыу, газ үткәрергә кәрәк һ.б.  Шуға күрә беҙ халыҡтың инициативаһын, ауыл урам комитеттарының, башлыҡтарҙың, территориаль йәмәғәт идаралыҡтарының көсөн ҡулланырға тырышабыҙ. Уларҙың мөмкинлектәрен файҙаланып, эшләнмәгән эштәрҙе эшләтергә уйлайбыҙ. Гранттарҙа ҡатнашыу хоҡуғы ТОС-тарға ла бирелгәйне. Шуға күрә беҙҙең республика ла башҡа өлкәләр кеүек (Волгоград, Архангель) ТОС-тар араһында яңы грант системаһы булдырылһа, бигрәк тә яҡшы булыр ине. Төрлө ерҙә үҙ-ойошмалар бар: башлыҡтар, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, ТОС-тар. Ҡайҙа йәмәғәт ойошмалары тырышып, көслө эшләй икән, уларҙы хуплар, ярҙам итергә кәрәк. Халыҡ дәүләттең нигеҙе булып тора һәм  был конститутцияла шулай тип яҙылған ,,Әгәр халыҡ бер йәмәғәткә ойошмаһа, ул бер ҡасан да үҙенең был хакимлығын урынлаштыра алмаясаҡ”, — тигән. Йәмғиәттең үҙ-аллылығын бөтөрһәгеҙ, унда тик тыңлаусан, үҙенең шәхси фекере булмағандарҙы осратырһығыҙ, бында йәмәғәттәр, граждандарҙы осратыу бик икеле”, — ти.  Халыҡ һаман элеккегә табынып йәшәй. Колхоз, совхоз халыҡ аңынан сығып етмәгән. Хәҙер ул заманаға ҡайтыу юҡ. Ауыл халҡына үҙ аңды тулыһынса үҙгәртергә ваҡыт етте, юғиһә, 1-2 йылдан күпкә ҡатмарлыраҡ буласаҡ …Халыҡта ТОС-тар тураһында мәғлүмәт юҡ, шуға күрә республикала мәғлүмәт еткереү эштәрен алып барырға, үҙ-идаралыҡты үҫтереү өсөн яңы закондар кәрәк…

Мишкә район хакимиәт  белгесе, Мөнир Нурисламов:

— Беҙҙә барлығы 75 ауыл бар, 65 –дә ТОС-тар эшләй. 2008 йылдан ТОС төҙөү башланғайны. Улар бик күп эштәр эшләйҙәр, бағыусылар табалар. Ашханаһы юҡ тип, ике мәктәп ябылырға тейеш ине, халыҡ өмә эшләне. 4 көн эсендә йыйылып, емерелгән мәктәп түбәһендә эшләнеләр. Район хакимиәте лә ярҙам итә.

Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев:

— Ауылдың киләсәге үҙ-идарала. Әгәр ауылда йәшәгән кешеләр кәңәшләшеп эшләйҙәр икән, был ауыл йәшәйәсәк. Ҡоролтайҙа беҙ был мәсьәләгә үткән йылдан ныҡ иғтибар бирә башланыҡ. Урындарҙа ҙур ғына кәңәшмәләр үткәреп, үҙебеҙҙең активтарҙы, ҡоролтай рәйестәрен, ауылдарҙың вәкилдәрен, ағинәйҙәрҙе, аҡһаҡалдар ҡоро ағзаларын йыйып, аңлатыу эштәрен алып барабыҙ.Ҡоролтайҙа был йәһәттән юрист бар, улар һәр ваҡыт ҡабул итергә әҙер.

Фото №1 - Төбәк йәмәғәт үҙидаралыҡтары.
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ