Берәҙәк эттәр.

Студия  ҡунаҡтары - Махсус автохужалыҡ ойошмаһы етәксеһе Рәмил Ғүмәров һәм Өфө ветеринария станцияһы белгесе Ленар Йыһаншин. 

Асыҡ студия
Берәҙәк эттәр.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы - Гүзәл Ситдиҡова. 

Рәмил Ғүмәров. Эттәр  һаны артып тора. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр йыл һайын ҡалала 12-13мең берәҙәк эт тотоп приюттарға урынлаштыра. Өсәүҙән берәүһе тотолһа, ҡалала 20-25 мең берәҙәк эт тотолмай йөрөй. Әлеге көндә өс йөҙләп эт һыйырлыҡ ҡына бер приют бар. Бөтәһен дә урынлаштырыр өсөн йөҙләгән урын кәрәк. Эттәрҙе тотор өсөн тендер үткәрә инеләр. Быйыл  йәнлектәрҙе һөйөүселәр һәм “йәшелдәр” законда таяныс табып,  тотолған эттәр мотлаҡ 6 ай торорға тейеш,  тинеләр. Ә 6 ай ҡарап торор өсөн 100 млн һум аҡса кәрәк. Әлбиттә,  бюджетта  быға аҡса ҡаралмаған. Беҙ 10 көндән артыҡ тота алмайбыҙ. Шуның өсөн Федераль антимонополия хеҙмәте был конкурсты туҡтатып торҙо. Яңынан конкурс  иғлан ителмәне әле. Ә эттәрҙең һаны  артҡандан арта бара.  Киләсәктә республика буйынса закон барлыҡҡа килергә тейеш. Райондарҙа, муниципаль берәмлектәрҙә  уларҙың  иҫәбен алыр өсөн тейешле  закон  барлыҡҡа киләсәк. Эттәрҙе тотҡанда ваҡытлыса йоҡлата инек. Был препарат яраҡлы түгел тип табылды. Хәҙер икенсе препарат ҡулланасаҡбыҙ. Әле яңы закон сығыуын көтәбеҙ. Өйгә хайуан алған кешеләр уларҙы күбәйтмәү сараһын күрһен ине, йә урамға сығарып ебәрмәй тураприютҡа бирергә кәрәк. Киләсәктә приюттар  булыр,  тигән өмөт бар.

Ленар Йыһаншин. Эт - кешенең дуҫы бит инде. Берәҙәк эттәр күбәйеүенә кешеләр үҙҙәре сәбәпсе. Һатып йә табып алалар ҙа, үрсеһә, йә кәрәкмәй башлаһа, сығарып ташлайҙар. Урамға сығарып ташламаһындар,  өйгә алғас,  үҙҙәрен бурыслы итеп тойһондар ине. 

Берәҙәк эттәр төрлө ауырыу тарата, ҡаралмай, прививкалар эшләнмәй йөрөйҙәр бит инде. Өйҙә тотолған хайуандарға  ла прививкалар  эшләп тороу кәрәк.Ҡотороу ауырыуынан йыл һайын яҙлы-көҙлө бушлай прививка эшләйбеҙ. Башҡа прививкалар түләүле. Эттәрҙе ағыулау ҙа  ҡурҡыныс килтерә, уның ашағанын көтөп тороп,  аҙаҡ утилләштереү  кәрәк.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии