Хеҙмәт хәүефһеҙлеге.

 Студия ҡунағы – торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәренең Республика профсоюздар федерацияһының техник хеҙмәт инспекторы Рәфҡәт Сәфиуллин.

Асыҡ студия
Хеҙмәт хәүефһеҙлеге.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы - Вадим Лаврентьев. 

Рәфҡәт Сәфиуллин. 20 мартта Өфөлә Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре, Волга буйы һәм Урал федераль округы төбәктәре власть органдары һәм ойошмалары ҡатнашлығында ултырыш уҙҙы. Унда хеҙмәт шарттарын яңыса баһалау тәртибе, хеҙмәт хеүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡаралды. Рәсәйҙә 48 млн. эш урыны булһа, шуның 6 миллионы ғына аттестация үткән, 42 миллионы үтмәгән. Етәкселәр төрлө сәбәптәрен табып аттестация үткәрмәйҙәр. Ойошмаларҙа эш урындарының тейешле шарттарға тап килеү-килмәүен тикшереү маҡсатында аттестация уҙғарыу мотлаҡ. Хеҙмәткәрҙәр медицина күҙәтеүе үтергә, санитар постар аптечкалар менән тәьмин ителергә, ял итеү бүлмәләре булдырылырға тейеш. Әгәр хеҙмәт шарттары зарарлы икән, өҫтәмә ял буkдырырға, пенсияға иртә китеү мөмкинлеге бирергә һәм өҫтәп түләргә кәрәк. Коллектив килешеүендә быларҙың бөтәһе лә булырға тейеш.  Дауаланыу һәм реабилитация үтеүгә ҡарағанда, профилактик саралар ойоштороу күпкә эффектлыраҡ һәм арзаныраҡ. Эш урындарының хәүефһеҙ булыу-булмауын профсоюздар тикшерергә тейеш. Эш биреүселәрҙең хеҙмәт нормаларын боҙоуы,  хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яҡлауға битарафлығы, хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса техник талаптарҙы үтәмәү – бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәптәре.

Фото №1 - Хеҙмәт хәүефһеҙлеге.
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ