Туберкулез сире.

Программа эксперты -  Республика туберкулездан дауалау диспансерының баш табип урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш фтизиатры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Миңленур Азаматова.

Асыҡ студия
Туберкулез сире.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева. 

Миңленур Азаматова. 

Һуңғы йылдарҙа туберкулез сире менән сирләүселәр  һаны кәмей башланы.  Башҡортостанда 2013 йылда был сир менән 1580 ауырыу теркәлде. Былтыр был сирҙән 398 кеше вафат булды.

Туберкулез менән күп осраҡта һаулығын ҡайғыртмаған, шәхси гигена һаҡламаған, алкоголь ҡулланған, күпләп тәмәке тартҡан, ауырыу кешеләр менән контактта булған кешеләр сирләп китә. Йыл башына туберкулез сире менән иҫәптә 30 мең кеше тора. Улар араһында ауырыуҙар менән контактта булғандар ҙа, балалар ҙа бар. Беҙ уларҙы күҙәтәбеҙ, кәрәк булғанда саҡырабыҙ.

 Хәүефле төркөмгә шәкәр, үпкә ауырыуҙарынан йонсоусылар, йәнә аборттан һуң  организмы көсһөҙләнгән ҡатын-ҡыҙ инә.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  был сир балалар һәм үҫмерҙәр араһында ла осрай. Күп осраҡта улар ғаиләләләрендә сирле кешеләрҙән зарарлана. Башҡортостанда былтыр 29 бала һәм 21 үҫмер ошо сир менән теркәлгән.

Кох таяҡсыһы һуңғы осорҙа генетик яҡтан үҙгәреш кисерә. Туберкулездың дарыуҙарға бирешмәй торған яңы төрҙәре лә бар. Был осраҡта ауырыуҙарҙы резерв дарыуҙар менән дауалайбыҙ. Төрлө лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа туберкулез һәм ВИЧ инфекцияһы менән сирләүселәр һаны арта.Улар беҙҙең диспансерҙа һәм СПИД үҙәктәрендә иҫәптә тора. Беҙ СПИД үҙәге менән бергә эшләйбеҙ.

Бала тыуғас  та, 3-сө көнөнә БЦЖ вакцинаһы ҡуйыла. Был бик мөһим. Организмда туберкулез таяҡсыһына ҡаршы яһалма иммунитет булдырыла. Әгәр ҙә ни сәбәптәндер балаға прививка эшләнмәһә, ул бала был сиргә тиҙ бирешә.

Туберкулезды еңеү бик ауыр. Уның таяҡсыларын хатта Египет мумияларында ла тапҡандар. Һаулығығыҙҙы үҙегеҙ һаҡлағыҙ.  Сәләмәтлектең 10 проценты табиптарға бәйле булһа, 90 проценты -  үҙегеҙҙең ҡулда.

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Акции БСТ