Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө.

18 апрелдә халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө билдәләнә. Ул беҙҙе республикабыҙҙың милли йөҙөн сағылдырған, халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урындарыбыҙ, һәйкәлдәребеҙ хаҡында уйланырға, улар тураһында хәстәрлек күрергә саҡыра. 

Асыҡ студия
Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө.
Асыҡ студия

Программа ҡунағы  - Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры урынбаҫары Мәсҡүҙә Зөфәр ҡыҙы Әсәҙуллина. 

Мәсҡүҙә Әсәҙуллина.

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа данлыҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла, сәнғәт әһелдәренән Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәлдәр ҡуйылды. Шулай итеп, баш ҡалабыҙ үҙенең милли йөҙөн булдыра. Әлбиттә, алда эшләйһе эштәр, асыласаҡ һәйкәлдәр байтаҡ.

  Бөгөн Башҡортостанда 1200-ҙән артыҡ архитектура ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Шуларҙың 47-һе федераль әһәмиәткә эйә. Һәйкәл   үҙ осороноң иҡтисади, сәйәси-ижтимағи үҫешенең тере бер шаһиты.

  Беҙҙең музей төҙөлөүгә 150 йыл тула. Һәр юбилей -  үткән эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәк көндәргә пландар ҡороу. Үткән йыл беҙҙең музейҙы һәм уның филиалдарын 172 меңдән артыҡ кеше ҡараны. Әлеге көндә барлыҡ коллектив менән аудиоэкскурсиялар яҙыу менән шөғөлләнәбеҙ. “Асыҡ ишектәр” көнө, “Музей төнө” кеүек  акциялар ойошторабыҙ.

  Музейға нигеҙ 1864 йылда  Өфө губерна музейы булараҡ, Ырымбур губернаһының статистика бүлеге ярҙамында һалына.

 Музей - кешелектең оло хәтер һандығы.  Ул төйәгебеҙҙең тәбиғәте,  иң боронғо замандарҙан башланған тарихы,  шунда йәшәгән халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәте тураһында һөйләүсе  ҡиммәттәрҙе туплаусы сығанаҡ.  Мәғлүмәттәрҙе туплау ғына түгел, барлау, өйрәнеү һәм күҙ ҡараһындай итеп киләсәк быуынға тапшырыу.

Музей хеҙмәткәрҙәре өсөн фондтар эше иң төп урынды биләп тора.  Мин фондты музейҙың йөрәге тип атар инем. Экспонаттар ни тиклем күберәк тупланһа, музейҙың экспозициялары һәм күргәҙмәләре шул тиклем байыраҡ була.

Тәрбиәүи йәһәттән музейҙарҙың йоғонтоһо ҙур. Ул быуындар күсәгилешлеген тәьмин итә. Статистика мәғлүмәттәрен алып ҡарағанда ла музейға йөрөүселәрҙең 80 проценты - уҡыусы йәштәр.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Акции БСТ