Йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау.

Бөгөнгө “Асыҡ студия” айырым тыңлаусының һорауы буйынса әҙерләнде. Күгәрсен районынан ҡатын-ҡыҙ  ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Асыҡ студия
Йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау.
Асыҡ студия

Эфир ҡунағы-Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясова.

Алып барыусы - Гүзәл Ситдиҡова.

Йомабикә Ильясова. Кризис үҙәктәре күберәк булһа, ҡатын-ҡыҙ ваҡытлыса ҡайҙалыр барып тороп,  ниндәйҙер яҡлау табыр ине. Ҡала урамдарында ла төндә ҡайҙа барырға белмәй интегеп йөрөгәндәрҙе осратырға мөмкин. Сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, йәштәр, үҫмерҙәр менән  эшләй башларға кәрәк, ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе тәрбиәләү  буйынса. Агрессив, холоҡһоҙ ир-егеттәр менән  эш алып барыу кәрәк. Беҙҙә әле был мәсьәләләр ҡаралмай. Мәктәп эскәмйәһенән бына был йүнәлештә эштәрҙе башларға кәрәк. Йәштәр өйләнәшәбеҙ ҙә артабан ожмах башлана тип уйлай, ә мин  ожмах ишектәре ябыла тип уйлайым. Ысынданда  холоҡһоҙ кешеләр арҡаһында күп кешеләрҙең, иң тәүҙә балаларҙың, тормошо тамуҡҡа әйләнә. Беҙҙең ҡатын ҡыҙҙар сабыр, түҙеп, күнеп йәшәйҙәр, холоҡһоҙ кешенең холҡо, яман шеш кеүек,  аҙғандан-аҙа бара.  Юридик яҡтан, закондар яғынан да , йәмәғәтселек ойошмалары менән дә эшләргә кәрәк. Төп сәбәп, әлбиттә, эскелек һәм быныһы - икенсе тема. Райондарға барһаң, осрашыуҙарҙа йыш ҡына айнытҡыстарҙы ҡайтарырға һорайҙар. Әҙерәк организмын йыуҙырып таҙартып  ҡайтырға  уйлаһа ла урын юҡ. Ҡатындың , эскән ирҙең  ризалығынан тыш, хатта табип саҡыртып (түләп тә) уны был тороштан сығарырға  хоҡуғы юҡ. Ысынданда бөгөн беҙҙең ҡатын- ҡыҙҙар ошо ауыр хәлдәре менән үҙҙәре генә тороп ҡалалар. Әгәр үҙҙәренә, балаларына үҙҙәре ярҙам итмәһә уларға бер кем дә ярҙам итмәйәсәк.  Башҡарма власть, закондар сығарыу менән шөғөлләнгән  органдарға  ла был хәлгә иғтибар итергә һәм быларҙы бөтөрөү буйынса эшләргә кәрәк, тип уйлайым.

Мин тыңлаусыларға шуны әйтер инем: берәүҙән дә ҡурҡмаҫҡа, үҙеңде һәм үҙеңдән дә алда  балаңды уйларға. Йыш  ҡына ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар араһында үҙҙәренә ҡул һалғандар күп. Ҡатын-ҡыҙға көслө булырға кәрәк, көслө кеше янында  бала ла  үҙен көслө итеп тоя. Тәрбиә етмәгән, йоҙроҡ төйнәгән ир-егеттәрҙән мөмкин тиклем алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти