Башҡорт аш йорттары ҡайҙа?

Баш ҡаланың дөйөм туҡланыу селтәре төрлө халыҡтарҙың кухняһын берләштерә. Ә ҡайҙа һуң беҙҙә башҡорт аш йорттары, мәҫәлән, бишмармаҡ, бәлеш, буҙа, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән һыйланырлыҡ кафелар? Өфөлә мәҙәниәтебеҙҙе һәм тарихыбыҙҙы сағылдырған милли ресторандар асылырмы? Улар тотороҡло эшләрме? Бының өсөн ниндәй шарттар кәрәк? Эшҡыуарҙар был өлкәгә аҡса һалырға әҙерме? Программала  ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Асыҡ студия
Башҡорт аш йорттары ҡайҙа?
Асыҡ студия

Ҡунаҡтар -  яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева,  журналист Рәмзиә Кәримова, дөйөм туҡланыу селтәре белгесе Рита  Абдрахманова.

 Тапшырыу авторы : Зөһрә Арсаева.

Мәрйәм Бураҡаева. Беҙҙең башҡорт милли ризыҡтары бик шифалы, бары танылыу ғына тапмаған. Элек Үҙәк баҙар эргәһендә ,,Башҡортостан,, рестораны була торғайны. Үҙ заманында  ,,Совет Башҡортостаны,, газетаһында бөгөнгө проблеманы яҙыусы Тайфур Сәғитов та күтәреп сыҡҡайны. Хатта Әбйәлилдән буҙа ҡойоусы алып килде, әммә ни сәбәптәндер килеп сыҡманы.  Әй урамында  ,Йәйләү,, кафеһы асылды. Тик береһендә лә милли аш-һыу булманы.

Әлеге көндә башҡорт милли аш-һыуҙарынан ғына торған кафе-ресторандар асыла икән, ҡуш ҡуллап ярҙам итергә әҙермен. Зауыҡ менән биҙәлеше лә бары башҡортса булырға тейеш.

Беҙ Ейәнсурала беренселәрҙән булып  күмәртәләп талҡан, буҙа етештерә башланыҡ.  Хәҙер республикабыҙҙҙың башҡа төбәктәрендә лә был ризыҡтарҙы етештерә башланылар, тик уның сифатына тейешле иғтибар бүленмәй.

Башҡорт халҡының оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтары бар. Бындай ризыҡтар әҙерләүҙе уҡытып ҡына түгел, ғәмәли өйрәтергә кәрәк.

Рита  Абдрахманова. Белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттарында башҡорт милли аштарын әҙерләүгә тейешле урын бүленеп етмәй. Әлеге мин эшләгән ,,Пышка,, компанияһында ҡымыҙын, буҙаһын, бишбармаҡ, туҡмаслы ашты, сәк-сәк, бауырһаҡ һәммәһен дә тәҡдим итергә тырышабыҙ. Республиканан ситкә сыҡҡанда ла беҙҙең аш-һыуҙарҙы яраталар, бер килеп тәмләгән кеше йәнә килә. Мәскәүҙә күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ.  Беҙгә эшкә килгән егет-ҡыҙҙарҙы башҡорт аш-һыуын бешерергә өйрәтәбеҙ.

Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар өсөн һөйөнөслө хәбәр: Ленин урамында ,,Өфө күстәнәстәре,, тигән тәғәмхана асылды, башҡорт аш-һыуынан ауыҙ итергә рәхим итегеҙ. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Рәмзиә Кәримова. Тәү проблема кадрҙар мәсъәләһенә барып тоташа. Йәш кеше ресторатор булып китәм тигән хәлдә лә, ул тәү сиратта һөнәрселек училищеһын тамамлаған, йәғни ошо өлкәлә белеме булған кеше булырға тейеш. Уҡыу йорттарныда башҡорт аш-һыуҙарына йүнәлтелгән төркөм тупларға кәрәк.

Баш ҡаланы алғанда ғына үҙәк урамдарҙа ,,ҡалын кеҫәле,, япон, американ кешеләренең кухнялары урын алған. Беҙҙең халыҡта , патриотлыҡ тойғоһо етешмәй. Элек ,,Башҡорт кухняһы,, тигән китаптар була торғайны, хәҙер улар күренмәй. Милли ресторандар булыуы милләтте һаҡлауҙың,  ғөрөф-ғәҙәтте, йолаларҙы киләсәк быуынға тапшырыуҙың бер юлы ла.

Был тәҡдим Өфөлә уҙасаҡ  ШОС, БРИКС саммиттары алдынан ғына түгел, ә күптән күтәрелергә тейеш ине. Дәүләт тарафынан бурыс ҡуйылған икән, ул ғәмәлгә ашырылыр. Һәр эш берҙәмлекте ярата, шуның өсөн бер-беребеҙгә ярҙам итеп, берҙәм эшләргә кәрәк.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
уфавсердце
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии