Амнистия тамам. Һөҙөмтәләр?

Һуңғы глобаль амнистия 2000 йылда үтте. Дөйөм алғанда, беҙҙә амнистияға мохтажлыҡ юҡ, тип иҫәпләргә мөмкинме?  2013 йылда нисә кеше иреккә сығарылды, был ниндәй һөҙөмтә бирәсәк? Бөгөн ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләйәсәкбеҙ.

Асыҡ студия
Амнистия тамам. Һөҙөмтәләр?
Асыҡ студия

Студия ҡунағы -  Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт полковнигы  Сайфун  Аҡъюлов.

Тапшырыу авторы -  Гүзәл Ситдиҡова.

Сайфун Аҡъюлов. 2013 йыл амнистияһы - иҡтисади амнистия булды.  Һөҙөмтәләр бар.  Башҡортостан буйынса  565 кешене иреккә сыҡты. Был амнистия бизнес өлкәһендәгеләргә ҡарата ҡабул ителгәйне. Күп нәмәне суд ҡарай. Судьялар тарафынан хата ебәрелгәне  булманы. 

Ғәйепләнеүсе үҙен бер ҡасан да ғәйеплемен тимәй. Ул йәмғиәтте, тирә-яғын ғәйепләй. Бөгөнгө көндә һәр кемдең тормошо үҙенән тора. Ултырып сыҡҡандар,  иртәрәк иреккә сыҡандар тулы тормош менән йәшәй ала. Хөкүмәт уларға эшкә урынлашырға ярҙам күрһәтергә тейеш.

Кешене иркенән мәхрүм итеү - иң ҙур яза.  Иреккә сығырға бер 6 ай ҡалғас, туғандары, йәшәгән ерендәге хакимиәт менән уның артабанғы яҙмышын көйләү өсөн эш алып барыла.

Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә,  эшкә урынлашырға теләүселәр араһында сират бар. Хеҙмәткәрҙәргә төрлө льготалар ҡаралған. Мәҫәлән, 10 йыл хеҙмәт стажы булғандарға фатир алырға субсидия бүленә. 

 Киләһе амнистия ҡасан булырын аныҡ ҡына әйтеп булмай, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата шундай гуманлылыҡ амнистияһы  булыр тигән уйҙамын.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии