"Асыҡ студия"

Баланы замандың модалы һүҙе менән әйткәнсә,  харизматик холоҡло итеп үҫтереү һәм лидер-әйҙәүсе ролендә тәрбиәләү уның алдағы тормошон тик ыңғай яҡтан ғына билдәләйәсәк...

Асыҡ студия
"Асыҡ студия"
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы-  Айгөл Хисамова.

Ҡунаҡ -  яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.

Мәрйәм Бураҡаева.

 Бала тәрбиәләүҙең йәше юҡ. Иң беренсе тәрбиәне үҙеңдән башларға кәрәк. Бала табыр алдынан уҡ үҙ телеңдә йырлап-көйләп, уның менән һөйләшеп йөрөргә кәрәк. Бала тыуғанда уҡ шәхес булып тыуа, бөтә нәмә уға һалынған була. Уға бары дөрөҫ йүнәлеш биреп, уны өйрәнә барырға кәрәк. Бала төҫ-башы, холҡо менән кемгә оҡшаған икәнен ҡарарға кәрәк һәм шул кешенең ниндәй һыҙаттарын булдыртмаҫҡа, ә ҡайһыһын үҫтерергә. Шулай итеп, бала менән үҙең дә үҫәһең.

  Педагог - мотлаҡ психолог та. Баланың күҙенә, ишараһына ҡарап, ул уны күрә белергә тейешле.

  Заманса тәрбиәнең нигеҙендә үҙебеҙҙең халыҡ педагогикаһы ятырға тейеш. Төп система - элек-электән башҡорт халыҡ ижадында һалынған халыҡ тәрбиәһе. ,,Тормош һабаҡтары,, әсбабын яҙғанда ла шул халыҡ ижадына нигеҙләнеп, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә яҙырға тырыштым.

Космополит - киң даирәгә сығып аралашыу, тигәнде аңлата. Донъяла алты аралашыу теле бар, ә шулай ҙа һәр милләтең теле һаҡланасаҡ. Милли рухты юғалтыу – үҙ милләтеңде юғалтыуҙан килә.  Ниндәй милләт балаһы булыуын, халҡының тарихын, мәҙәниәтен белмәүселәр юҡ түгел. Башҡорт халҡында ҡурай моңо дауалау көсөнә эйә. Башҡа миләттәр ҙә үҙ милләтенең ни тиклем бөйөк икәнен белмәгәнлектән милләтһеҙләнә.

"Тормош һабаҡтары" дәресендә бирелгән һабаҡтарҙы ғәмәли башҡарыу нигеҙендә 6-сы синыфта шәжәрә байрамдары үткәрә башлағайныҡ. Уҡытыусыларға һәр саҡ әйтә килдем был байрам мәктәпкә, ауылға сыҡһын, тип. Аллаға шөкөр, был байрамды республикабыҙҙың һәр төбәгендә тиерлек ҙурлап уҙғаралар.

Беҙ ,,Йәйләү,, ял итеү үҙәге астыҡ. Унда ял итеүсе балалар рух ныҡлығы, үҙ милләте өсөн ғорурланыу тойғоһо ала. Шундай осраҡтар ҙа булғыланы, ике милләттән тыуған бала нисектер юғалып ҡала. Күңеле икегә бүленә. Ғаилә ҡорор алдынан һәр кем үҙенең балаһының киләсәген уйлаһын ине,  тигән теләктә ҡаламын.       

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Акции БСТ