Музейҙар көнө

    Бөгөн - Башҡортостанда Музейҙар төнө. Ә 18 майҙа бөтә донъяла музейҙар көнө. Тыуған яҡты өйрәнеү музейына барыуҙы түҙемһеҙлек менән көткән йәки Лувр һәм Эрмитаждағы раритет экспонаттарҙы ҡарарға ашыҡҡан һәр кемдең был байрамға ҡатнашлығы бар. Музейҙар йәмғиәттең йөрәгендә урын алырға тейеш һәм йәмәғәтселек өсөн асыҡ булырға тейеш. Асылда был шулаймы. "Асыҡ студия" тапшырыуында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Асыҡ студия
Музейҙар көнө
Асыҡ студия

Беҙҙә ҡунаҡта - Башҡортостан милли әҙәбиәт музейының бүлек мөдире Эльмира  Хәйбуллина.

            18 майҙа бөтә донъя музейҙар көнө, ошо уңай менән бөгөн 16 май сәғәт 6-ла баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм Республикабыҙҙа "Бөтә ғаилә менән музейға барабыҙ" девизы аҫтында "Музейҙар төнө" акцияһы уҙғарыла.Уның төп маҡсаты - музейҙарға, ундағы коллекцияларға  иғтибар биреү һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү, йәш быуынды музейҙарға йәлеп итеү, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был акция 4-се тапҡыр  үтә. Һәр бер музейҙың үҙ программаһы бар. Шулай уҡ быйыл Мәҙәниәт министрлығы тарафынан "Ата-әсәйемде музейға алып барам"  тигән акция булдырылды. Был акцияла Өфө ҡалаһында урынлашҡан дүрт музей ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының Милли Музейында, Милли әҙәбиәт, Хәрби Дан, Нестеров исемендәге  музейҙарҙа үтәсәк. Акция ата-әсәләр һәм 14 йәшкә тиклемге балалаға тәғәйенләнгән.  Ғаилә ағзалары музейҙар ҡуйған һорауға яуап биреп, үҙ теләктәре менән 4 музейҙы йөрөп сыҡҡан хәлдә,  аҙаҡҡы музейҙан сертификат ала һәм ошо сертификат менән улар 16 майҙан 1 сентябрға тиклем 4 музейҙы теләгән ваҡытта бушлай ҡарай.

Фото №1 - Музейҙар көнө
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями