Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - Өфөнөң баш травматологы Әхтәм Әнәс улы Фәйзуллин.
Тапшырыу авторы - Гүзәл Ситдиҡова.
Әхтәм Фәйзуллин: Туристар йыш ҡына һалда йөҙөп, бәләгә тарый. Йөҙөргә сығыр алдынан алдан инструктаж алырға, алдан әҙерләнергә кәрәк. Кеше балалары, туғандары өсөн яуаплылыҡ тоторға тейеш.
Йәй еткәс, күп кеше баҡсала була, төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнеүселәр күп. Көнкүрештә йәрәхәтләнеүҙәр күбәйә. Электр инструменттарын тотонғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәйҙәр. Инструкцияны уҡымай, эш башлайҙар. Кеше үҙенә эшләгән саҡта ял итмәй, ҡараңғыға тиклем эшләй, арый. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, төштән һуң травматизм күбәйә. Ҡыйыҡта эшләгәндә һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк, оло йәштәгеләргә менергә лә ярамай, ҡолап төшөүҙәр күп. Эш ҡоралын ҡулға алыр алдынан был ҡорал менән эшләй алаһыңмы-юҡмы, ошоно уйларға кәрәк. Бысаҡтарҙы үткерләгәндән һуң, ғаилә ағзаларын иҫкәртергә онотмаһындар.
Йәй көнө балалар менән төрлө ҡазалар бик йыш осрай. Бәләкәй балаларҙы күҙҙән ысҡындырмағыҙ. Юл аша етәкләп кенә үтергә кәрәк. Уҡыусы балаларға ҡағиҙәләрҙе ныҡлап өйрәтергә тейешбеҙ. Светофор аша дөрөҫ үтергә, туҡталыштарҙа торғанда юл ситенә бик яҡын торорға ярамағанын аңлаһындар.
Бәлә әҙәм балаһын аҙым һайын һағалап ҡына тора. Артыҡ көсөргәнештән йәрәхәт алғандар күп. Һеңерҙәр тартылып, күгәргән ерҙәргә иғтибар бирмәй йөрөмәгеҙ, ваҡытында врачтарға мөрәжәғәт итегеҙ. Тормош-көнкүреш травмалары әҙ булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Саҡ торған ултырғысҡа баҫып, өҫкә ынтылып, әйбер алалар, эш эшләйҙәр. Махсус баҫҡыстар алығыҙ, улар хәҙер бөтә ерҙә һатыла, йәрәхәтләнеүҙәр ҙә кәмер ине.
Ауыл хужалығында иң күп травманы эскән килеш алалар. Ауылда йәрәхәт алғандар яраһына бысраҡ индерә, төҙәлеү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙыла. Төҙәлер әле, тип табипҡа күрһәтмәй йөрөйҙәр. Ауыл хужалығында, төҙөлөштә эшләгәндә, уңайлы, таймай торған аяҡ кейеме алырға кәрәк. Йәштәр ҡалала мотоциклда йөрөгәндә ныҡ һаҡ булһын. Тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен һәр кемгә өйрәнергә, белергә кәрәк.