Халыҡтар дуҫлығы.

 Автор.  Бөгөн дуҫлыҡ тураһында һөйләшмәксебеҙ. Кешеләр араһындағы түгел, ә дәүләттәр, төбәктәр, халыҡтар, милләттәр, диндәр араһындағы дуҫлыҡ хаҡында. Дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү, ул үҙе бөтәбеҙгә лә ифрат кәрәк, сөнки донъялағы әлеге геосәйәси шарттар, айырыуса Рәсәй менән Көнбайыш араһындағы мөнәсәбәттәр, йомшаҡ, дипломатия теле менән әйткәндә, был һүҙҙең йөкмәткеһенә тура килеп етмәй. Һәм дәүләттәр, төбәктәр, халыҡтар, милләттәр, диндәр тип тә тиккә генә баҫым яһаманыҡ – бындай кимәлдәге һәм күләмдәге араларҙа бөтәһе лә  тәрәнерәк тә, бейегерәк тә, киңерәк тә. Йәмғиәт быға хайран тойомло, был – үткер бысаҡтың йөҙө. Уға яңылыш ҡағылып, ситкә ҡайырылып, бармағыңды йәрәхәтләүең дә бик ихтимал…

Асыҡ студия
Халыҡтар дуҫлығы.
Асыҡ студия

Студия ҡунағы -   филология фәндәре докторы, профессор, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры  Фирҙәүес  Хисаметдинова.

Тапшырыу авторы -  Рәсүл Сәғитов.

Фирҙәүес  Хисаметдинова. Рәсәйҙең яҙмышы элек-электән Көнсығышҡа ныҡлы бәйле булған. Рәсәй Алтын Урҙаға бәйле барлыҡҡа килгән. Халыҡтарының яртыһы  төрки, яртыһы көнсығыш халыҡтарынан тора. Менталитеттарыбыҙ ҙа яҡын.

         Көнбайыш беҙгә, Рәсәйгә,  юғарынан ҡараған, заманында Ҡытай ҙа  беҙҙе “ҡырағай ҡәбилә” тип,  Ҡытай стенаһын булдырған. Улар үҙҙәрен юғары цивилизациялы халыҡ тип,  башҡа халыҡтар менән бәйләнештә булмаҫ өсөн төҙөткән. Ҡытайҙың донъяның иң ҙур  дәүләт булыуын иҫәпкә алһаҡ, әлбиттә, бының ҡурҡыныс яҡтары ла бар.  

Ҡаҙағстанға сәфәр эҙҙәрен барлағанда, унда бик аҡыллы сәйәсәт алып барыла. Беренсенән, улар элекке Советтар Союзына ингән республикаларға бик йылы мөнәсәбәттә, шул уҡ ваҡытта улар Көнбайыштан да баш тартмай.

Ябай кешеләр араһындағы дуҫлыҡ хаҡында үҙебеҙҙең ғаилә миҫалында әйтер инем.   Әсәйем  16 йәшендә саҡта, атайым һуғышҡа киткәс, күрән ҡырҡырға ебәрәләр. Ауыр эшкә түҙә алмай,  бер нисә ҡыҙ ҡасырға мәжбүр була. Ағиҙел йылғаһы буйлап Тирлән ауылына килеп юлығалар. Шунда уларҙы рус миләтенән булған ғаилә йортҡа индереп, хәлһеҙ, ауырыу ҡыҙҙарҙы аҙна дауамында тәрбиәләй. Шул “знакумдар” менән булған дуҫлыҡ артабан да дауам итеп, хатта уларҙың балалары менән аралаштыҡ. Әсәйем әйтмешләй,  “кеше генә һәйбәт, кеше генә насар” . Ул бер ҡасан да “милләт” тип айырып әйтмәне, уйлап ҡараһаң,  бында дөрөҫлөк ята бит.

Беҙҙең сәйәсмәндәрҙең аҡыллы эш итмәүе, һәр халыҡ менән көсләп дуҫ булырға тырышыу ҡайһы саҡ кире реакция бирә. Һәр өлкәлә белемле, ғилемле булырға кәрәк.

"Милләтсе" тигән һүҙҙең ике мәғәнәһе бар.  Беренсеһе, милләтсе – ул милләтен, үҙенең халҡын яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртҡан  кеше. Уны мин милли герой, тип әйтер инем. Икенсе мәғәнәһе ошо сәйәсәт арҡаһында барлыҡҡа килә. Үҙенең милләтен ҡайғыртҡан кешене насар итеп күрһәтергә тырышалар. Һуңғы йылдарҙа “милләтсе”не насар һүҙ тип,  мөһөр баҫа башланылар. Һәр бер халыҡ үҙен үҙе һаҡларға тейеш.   

Автор: Ҡунағыбыҙ тураһындағы башта әйтелгән белешмә һүҙгә «Халыҡтар дуҫлығы ордены” эйәһе тип тә өҫтәйек, сөнки ике көн элек кенә Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов ошо хаҡтағы фарманға ҡул ҡуйҙы. Ошо юғары бүләк менән ҡотлайбыҙ!

Тапшырыу аҙағында йомғаҡ һүҙе:

   Боронғоһон онотмаған, ләкин бөгөн дә отолмаған халыҡ булып ҡалырға кәрәк. Үҙеңде, тимәк  илеңде, халҡыңды хәстәрлә, әммә үҙ-үҙеңә бикләнмә: йәмғиәттә йәшәп, унан азат булып булмай. Дуҫлыҡта йәшә.  

Фото №1 - Халыҡтар дуҫлығы.
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями