Миграция хеҙмәткәрҙәре көнө.

 

Асыҡ студия
Миграция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Асыҡ студия

    Студия ҡунағы -  Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының  территориаль орган етәксеһе урынбаҫары, бүлек етәксеһе Рәил Әхмәтов.

Тапшырыу авторы -  Зөһрә Арсаева.

Рәил Әхмәтов.          Республикала мигранттар һаны арта бара. Квота Рәсәй Хөкүмәте тарафынан бүленә. Быйыл республикаға 25 мең квота ҡаралған. Әле Башҡортостанда 46 мең сит ил гражданы теркәлгән. Күпселеге Урта Азиянан килгән, Вьетнам, Әзербайжан һәм башҡа ил граждандары ла бар. Уларҙың төп эш урыны - хеҙмәт өлкәһе. Ул 70 процент тәшкил итә,  махсус саҡырыу буйынса килеүселәр 22 проценттан артығыраҡ, 2,6 процент коммерция өлкәһендә хеҙмәт итә, 2 процент - белем алырға килеүселәр һәм башҡалар.

        

Сит илдән килеүселәргә рус теленән тыш, ошо илдең тарихын, мәҙәниәтен белеү мотлаҡ. Белемдәрен тикшереү буйынса айырым коммиссия төҙөлгән. Тест формаһында имтихан алына.

Рәсәйгә килеп эшкә урынлашырға теләүселәрҙең һаулығын тикшереү Роспотребнадзорға (Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса идаралыҡҡа)  йөкмәтелгән. Әгәр ҙә ауырыуҙар асыҡлана икән, был осраҡта 15 көн эсендә улар үҙ илдәренә ҡайтырға бурыслы. Әлеге ваҡытта патент менән дә эшләүселәр бар. 2016 йылдың ғинуарынан  уларҙың да медицина тикшеренеү күрһәткесе булырға тейеш.

Сит ил мигранттары йәшәгән урындар даими тикшерелеп, профилактик саралар үткәрелеп тора. Беҙҙең хеҙмәт тарафынан административ тәртип боҙоу буйынса 20 меңдән ашыу протокол төҙөлгән. Шуларҙың 5 меңдән ашыуы йәшәгән урын режимын  боҙоу һәм эшкә ҡағыла.

Республика судтары административ штраф менән берлектә илдән ҡыуып сығарыу сараларын да күрә. Һуңғы айҙарҙа 500-ләп сит ил гражданына ҡарата шундай ҡарар сығарылды.

Һуңғы дүрт ай эсендә Федераль Миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының  территориаль органы тарафынан граждандарға 59 мең сит ил паспорты эшләп тапшырылды. Паспорт алырға теләүселәр сиратта ваҡыттарын сарыф итмәһен өсөн www.gosuslugi.ru cайтында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәренең берҙәм порталы хеҙмәте менән файҙаланып була.

СССР паспорты менән йәшәүселәр ҙә осрамай түгел, был документ ғәмәлгә яраҡһыҙ, бының өсөн айырым штраф күләме ҡаралған.

Рәсәй закондарына ярашлы, бөтә граждандарға ла сит илгә сығыу ҡаралмаған. Ул категорияға дәүләт серен белеүселәр, хөкөм ителеүселәр, хөкүмәт һәм башҡа кешеләр алдында бурыстары булғандар, хәрби хеҙмәттән, йәки бурысын үтәүҙән ҡасып йөрөүселәр инә.  Әгәр был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында справка алып киләләр икән, паспорт алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Элекке союздаш республикаларҙан рус телен белеүселәрҙе, ҡанундар боҙмаған граждандарҙы ҡабул итергә әҙербеҙ. Тәүҙә улар ваҡытлыса теркәү үтә.  Үҙебеҙҙең граждандарҙың сит илдәргә сығыуы бигерәк тә 90-сы йылдарға тап килә, һуңғы йылдарҙа кәмене.

Әгәр ҙә граждандарҙың һорауҙары бар икән түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә алалар: Өфө ҡалаһы, Рязан урамы, 1/1.

Коллегаларыбыҙҙы, хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем. 

Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Һине вуздар, вуздар саҡыра, саҡырған вуз яҡын дуҫ кеүек...
Асыҡ студия
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Ирекмәндәр: Беҙ бергә һәм беҙ миллиондарса
Асыҡ студия
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Туғанлыҡҡа тиң ул яҡташлыҡ
Асыҡ студия
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии