Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә «Интерфест-2014» халыҡ-ара франшизалар һәм бизнес-бәйләнештәр фестивале асылды. Үҙенсәлекле сарала ниндәй ойошма һәм фирмалар ҡатнаша? Фестиваль йәш эшҡыуарҙар өсөн тәжрибә майҙансығы була алырмы?
Студия ҡунағы - Башҡортостандың эшлекле хеҙмәттәшлек берлеге рәйесе Илсур Сөләймәнов.
Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева.
Илсур Сөләймәнов. Франшиза – модаға инеп барған бизнес-термин. Тарихына күҙ һалғанда, ул бынан 100 йыл элек үк билдәле булған. Билдәле ,,Зингер,, тегеү машиналары етештереү компанияһы үҙенең сервистарын франшизаға, йәғни башҡа компанияларға бирә башлай. Уңышлы эшләп килгән компаниялар эшҡыуарҙарға үҙенең бренды аҫтында уңышлы эшләп китергә мөмкинлек бирә.
Бындай фестиваль беренсе тапҡыр 2008 йылда үткәрелгәйне, әле яңы дуҫтар, яңы көс менән был фестивалде ойоштороуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ.
Был өлкәлә талаптар бихисап. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, яңы эшҡыуарҙарҙың 85-90 проценты бер йыл эсендә юҡҡа сыға. Өфө эшҡыуарҙары башҡа бренд аҫтында уңышлы эшләп килә. Башҡортостанда ла бер нисә бренд үҙенең франчайзинг селтәрен аса башланы. Улар үҙҙәрен Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә танытырға ынтыла. Был йәһәттән ,,Пышка,, компанияһы 10-15 йыл дауамында бик уңышлы эшләп килә. Беҙгә Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 20-ләгән франчайзер компанияһы килде. Улар араһында танылыу яулағандары ла, был өлкәгә яңы аяҡ баҫҡандары ла бар.
Киләсәктә башҡорт балының, ҡымыҙының брендын булдырыу теләге бар. Әгәр кемдер “Башҡорт балы” исеме аҫтында икенсе төрлө бал һата икән, был беҙҙең брендты юғалтыуға килтерәсәк. Шуның өсөн ҡаты тикшереү булырға тейеш.
Йәш эшҡыуарҙарға кредиттар бүленә, мәҫәлән, Сбербанк франшизаны ҡарап, һайлап алып бирә. Йәғни, бөтә нәмәне күҙәтеү өҫтөнә ала. Был - уңышлы эш башлауҙың бер ысулы.