Йәй көнө фатир йә йорт алыу отошломо?

Миҙгелгә бәйле үҙгәрештәр валюта, аҙыҡ-түлек, туризм баҙарына йоғонто яһай. Шулай уҡ, күсемһеҙ милек өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Йәй көнө был баҙарҙа ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелә? Ошо осорҙа фатир йәки йорт алыу отошломо?

Асыҡ студия
Йәй көнө фатир йә йорт алыу отошломо?
Асыҡ студия

Студия ҡунаҡтары - риелтор Гөлгөнә Ғайсина, иҡтисад белгесе Наил Мырҙагилдин.

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

Гөлгөнә Ғайсина. Йәйге осорҙа күсемһеҙ милек һатып алыусылар һаны бер ни тиклем кәмей, ләкин күҙгә күренерлек түгел. Минеңсә, йәй көнө фатир һатып алыу отошло. Балалы ғаиләләр өсөн мәктәп, балалар баҡсаһы һорауҙарын уҡыу йылы башланғанға тиклем хәл итергә кәрәк. Йәй көнө фатир хаҡтары ла бер ни тиклем кәмей.

Риелтор эше  бик яуаплы һөнәр. Клиент менән эш иткәндә уға мораль яҡтан да, юридик яҡтан да ярҙам итергә тейешһең. Өфө ҡалаһын алып ҡарағанда, күсемһеҙ милек алыусылар һаны кәмемәй, киреһенсә, арта бара. Шәхси йорттар, ер алыусылар һаны ла күбәйҙе. Ипотекаға фатир алыусылар һаны, барлыҡ һатып алыусыларҙы берләштереп ҡарағанда, 70-80 процент  тәшкил итә. Элек күберәк ҡуртымға алып  торһалар, бөгөн үҙ фатирҙары өсөн шул хаҡты түләйҙәр.

Иң күп фатир һатыу буйынса  Өфөлә “Йәшел сауҡалыҡ,, биҫтәһе беренсе урында тора. Унда бер квадрат метрҙың хаҡы  68 меңдән башлана. Насар һатылғандарҙан ,,Шаҡша,, биҫтәһен атап үтер инем. Шулай ҙа был бөтәһе лә Шаҡшанан күсеп китә тигәнде аңлатмай.

Әсәлек капиталы буйынса айырым программалар ҡаралған, был аҡсаны беренсе иғәнә итеп ҡулланырға була. Ҡайһы бер банктарҙа йәш ғаиләләр өсөн махсус программа бар, тәүге иғәнәгә 10-12 процент индереү  ҡаралған. Ипотека алыу өсөн кешенең рәсми эш хаҡы булырға тейеш. Банктарҙың талаптары күп. Һалымды ҡайтарып алыу мөмкинлеге бар. Фатир хаҡы 2 млн һумдан артыҡ булған осраҡта, 13 процент кире ҡайта.

Әгәр фатир һалып алырлыҡ аҡса туплаһағыҙ,  үҙаллы һатып алырға ла мөмкин. Күп кеше, ваҡыт юҡлығынан, риелторға мөрәжәғәт итә.

Наил Мырҙагилдин. Фатир алырға тип туплаған аҡсаны банкта һаҡлау уңайлы. Оҙаҡҡа һалаһығыҙ икәң,  алтында һалыу ҡулай, ул үҙ хаҡын юғалтмай. Тиҙ арала алырға уйлаһағыҙ, һумда һалыу яҡшы, валютала булһа,  уны әйләндергән саҡта аҡсағыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ.

Әгәр ҙә ниндәйҙер күләмдә аҡсағыҙ бар икән, уны күсемһеҙ милеккә һалыу уңайлы. Фатир һатып алып, уны ҡуртымға биргәндә,  ул үҙе аҡса эшләп торасаҡ.

Беҙҙә Күп функциялы үҙәк асылды, шулар аша фатир документтарын тикшереү мөмкинлеге бар.

Ниндәйҙер күләмдә аҡса туплағанһығыҙ, шулай  ҙа аҡсағыҙ фатирға етмәй икән, был осраҡта ер участкаһы, йә бүлмә булһа ла алыу отошло. Күсемһеҙ милек бер ваҡытта ла үҙ хаҡын юғалтмай.

        

Фото №1 - Йәй көнө фатир йә йорт алыу отошломо?
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ