Ауыл хужалығы.

Студияла - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов.

Асыҡ студия
Ауыл хужалығы.
Асыҡ студия

2013 йылда 2012  йылға ҡарағанда республика буйынса ауыл хужалығы өлкәһендә рентабельность 6,4 процентҡа юғарыраҡ булды, халыҡтың уртаса эш хаҡы -  12 573 һумға етте.

Башҡортостандағы ауыл хужалығында яңы технологиялар индерелә, күп райондарҙа региондар, зоналар   буйынса  төрлө семинарҙар үткәрелеп килә. Ныҡышмалы ныҡлы эш бара һәм хөкүмәт тарафынан  ярҙам ҙур. Рәсәй һәм Башҡортостан бюджетынан 7 млрд.  һум аҡса ауыл хужалығы предприятиеларына бүленде. Төрлө йүнәлештәрҙә  ҡырҡлаған төр субсидия  бирелә.   Шуның өсөн ауырлыҡтарға бирешмәйенсә эшләп киләләр. “500 ферма” проектының ыңғай үҙгәрештәре бар. Башҡортостан буйынса ике йыл эсендә 115 ферма  төҙөлгән. Ул хужалыҡтар юғалып ҡалмаясаҡ, сөнки яңы талаптар буйынса эшләнгән. Һөттөң сифатын һаҡлап ҡалыу бик яҡшы ҡуйылған. ВТО-ға ингән саҡта шәхси хужалыҡтарҙа һөттөң сифатын һаҡлап ҡалыу ҡыйынға тура киләсәк.. Һәр районда кооператив хужалыҡтар төҙөргә кәрәк тигән уйҙар бар. Аҙаҡҡы йылда ғына фермерҙар һаны 3 мең ярымдан  5 меңгә барып етте.   Бөгөнгө көндә  бер нисә районды бергә ҡушып, шәхси хужалыҡтарҙан малды алып, һуйыу урындары булдырып, шунда келәймә ҡуйып эшләргә кәрәк тигән программа бара. Һөт йыйыуҙы ла яҡшыраҡ ойошторорға кәрәк. Ҡатмарлы һауа тәбиғәт шарттары булыу сәбәпле, ондо күп күләмдә ситтән алып киләбеҙ. Умартасылыҡ өлкәһендә үҫеш яҡшы бара.

 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями