Республиканың матбуғат баҫмалары 2014 йылдың икенсе яртыһына тираж туплай... Уҡыусылар артырмы, әллә кәмерме? Был күрһәткестәргә ниндәй сәбәптәр йоғонто яһай? Газета-журналды нисек уҡымлы итергә? Ошо һәм башҡа һорауҙар – иғтибар үҙәгендә.
Студия ҡунағы - “Киске Өфө” газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева.
Тапшырыу авторы -Зөһрә Арсаева.
Гөлфиә Янбаева. Мине иң борсоған мәсьәлә - милли матбуғат баҫмалары һәм радио-телевидениелағы милли тапшырыуҙарҙың һаҡланып ҡалыуы. Уларға дәүләт яҡлауы, дәүләт ярҙамы тураһында Мәскәү ҡунағы айырым баҫымға алып әйтте һәм был беҙҙең күңелгә май булып ятты. Ысынлап та беҙ яҡлауға, һаҡлауға мохтажбыҙ бит инде. Милли баҫмалар буйынса айырым дәүләт яҡлауы булдыра торған берәй программа-документ ҡабул итеп булмаймы, тигән һорау бирергә уйлаған инем форсат булманы, башҡаларҙың сығышында ошолайыраҡ һорауҙар яңғыраны. Тағы бер борсоған мәсьәлә тора: матбуғат баҫмаларын бер холдингҡа берләштереү тигән. Уны күптән һөйләйҙәр, булырмы-юҡмы? Уның әле проекты ла юҡ, нисек була икәнен дә белмәйбеҙ. Матур ғына өлгө булмайынса шуны тормошҡа ашырыу дөрөҫ түгел һәм мин был берләштереүгә риза түгел. Беҙҙе берләштереүҙең, сығымдарҙың оптималләштереүҙең башҡа юлдары булыуына мин ышанам. Уны эҙләргә кәрәк, сит илдәрҙәге тәжрибәләрҙе өйрәнергә кәрәк. Бөгөнгө баҙар шарттарында, конкуренция заманында һин уҡыусыға кәрәкһеңме юҡмы? Ошонан сығып нимәлер эшләргә кәрәк. Әгәр һине уҡыйҙар икән, тапшырыуыңды ҡарайҙар икән, радионан тыңлайҙар икән, әлбиттә, ул проекттар йәшәүгә хоҡуҡлы. Әгәр һине уҡымайҙар, тираж йыя алмайһың икән, бында уйланырға урын бар. Беҙ “Киске Өфө” гәзитендә иң тәүҙә йөкмәтке тураһында уйлайбыҙ. Халыҡтың зауығына, ихтыяжына нимә тап килә, шул турала көн-төн фекер алышабыҙ, шуға ярашлы йөкмәтке булдырырға тырышабыҙ. Халыҡтың фекеренә, тәнҡитенә ҡолаҡ һалабыҙ. Башҡаларҙы тәнҡитләгәндә лә ишаралап тәнҡитләү яғындабыҙ. Мин тәҡдим иткән тауар сифатлы булырға тейеш, шунан сығып эшләйем. Уҡытыусылар класс сәғәте үткәргәндә, беҙҙең газетаны ҡуллана ала, сөнки тәрбиәүи материалдар күп сыға. Күп материалдарҙы китапсыҡтар итеп баҫтырырға хыялдар бар. Шундай уйҙарыбыҙ бар, ләкин мөмкинлектәр сикләнгән…
Йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылырға бер аҙна ваҡыт ҡалды. Әгәр яҙылмаған булһағыҙ, онотһағыҙ, ашығығыҙ. Республика буйынса ярты йылға - 508 һум, редакция аша альтернатив яҙылыу - 246 һум. Өфөлә йәшәүселәр, әгәр почтаға инеп сығырға ваҡытығыҙ булмаһа, редакцияға шылтыратығыҙ.