Студияла - БДПУ ҡабул итеү комиссияһы сәркәтибе Фиданис Тимерханов.
Бөгөн 2014 йылға бөтә Рәсәй уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссияһын асыу көнө булды. Беҙгә бер көндә 60-тан артыҡ абитуриент килде. Уларҙың күпселеге мәктәпте былтыр, элекке йылдарҙа бөткән уҡыусылар. Быйылғы компанияның үҙенсәлектәре: документтарҙы ҡабул итеү ваҡыты үҙгәрҙе.Элек документтарҙы 5 июлгә тиклем алһаҡ, хәҙер 15 июлгә тиклем ҡабул итәбеҙ. БДИ һөҙөмтәләре буйынса ингән абитуриеттар документтарын 25 июлгә тиклем бирәләр. Беҙҙә педогогия фәндәре буйынса ғына түгел техник йүнәлештәр ҙә бар. Беҙҙә инвалид студенттар өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылған, мәҫәлән абитуриенттарға беренсе ҡатта махсус ҡабул итеү урындары бар. Ташламалар менән һаулыҡ буйынса мөмкинселектәре сикле, ата-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙы, Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре, спорт буйынса олимпия чемпиондары инә ала. Башҡортостан буйынса иң күп бюджет урыны беҙҙең уҡыу йортона бирелде… 4 август документтарҙың оригиналын биреүҙең һуңғы көнө, 5 –дә приказ сыға. Әгәр ҙә документтарҙың оригиналдарын алып килеп өлгөрмәһәләр, бюджетта уҡыу мөмкинлеге юғала. Ҡабул итеүҙең төрлө нескәлектәре бар. Һорауҙарығыҙ булһа интернет, телефон аша бәйләнешкә инеп яуап ала алаһығыҙ.
Рәсәй буйынса күп фәндәр буйынса уртаса балдар түбән төшә. Был балаларҙың ысынға тура килгән бал йыйғанын күрһәтәлер. Беҙҙең республикала БДИ яҡшы үтте, был ҡыуаныслы хәл. БДИның икенсе этабы буласаҡ, уны мәғәриф министрлығы үткәрәсәк, имтихандар мәктәп базаларында барасаҡ. Икенсе этапҡа элекке йылдарҙа мәктәпте бөткәндәр, урта профессиональ уҡыу йорттарын бөткәндәр генә килә ала. Беҙҙең республика ВУЗдарына килгәндә, уларҙың һәр береһенең үҙенсәлектәре бар. Улар төрлө йүнәлештә эшләй, шуның өсөн дә бер-береһенә артыҡ конкурент түгел. Мәскәү яҡтарындағы юғары уҡыу йорттарына инеү еңелерәк тиһәләр ҙә, артабан уҡыуҙы уйларға кәрәк. Яҡшы уҡыу ғына түгел мөмкинлектәрегеҙҙе лә ҡарарға кәрәк…