Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 95 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай.

Студия ҡунаҡтары - Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева. 

Асыҡ студия
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 95 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай.
Асыҡ студия

         Илһам  Йәндәүләтов. 21 июндә Мәскәү өлкәһенең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында йыл да уҙғарылып килгән Һабантуй байрамы үтте. Унда ойошторолған күргәҙмә-йәрминкәлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенән өс хеҙмәткәр ҡатнашты. Һабантуйға барыуҙың  төп маҡсаты - Мәскәү халҡын нәшриәттә донъя күргән китаптар менән таныштырыу ине. Ошондай сараларҙа ҡатнашҡандан һуң ниндәй китаптарҙың үтемле булыуын белебеҙ. 

         Үҙенең китабын баҫтырырға теләүселәргә ҡулъяҙмаларҙы килтерер алдынан сайтта торған махсус положение менән танышып сығырға кәрәк. Ҡулъяҙма положениеға тура килмәһә, уны авторға кире ҡайтарабыҙ. Балалар китаптарын сағыу, матур итеп сығарырға тырышабыҙ. Беҙҙең китаптарҙы китап магазиндарында һатып алыу мөмкинлеге бар. Күрше төбәктәрҙә уҙған йәрминкәләргә йөрөйбөҙ. Өфөлә лә ойошторорға уй бар. Китап авторҙары тәҡдим менән килһә, ойоштороу мәсьәләләрен үҙ өҫтөбөҙгә алырға әҙербеҙ. Төрлө матбуғат сараларында йышыраҡ сығыш яһарға, конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Ошо аҙна аҙағында Татарстандан коллегалар менән берлектә Илеш районында бәләкәй һабантуй ойошторорға уйлайбыҙ. Был - ике нәшриәт хеҙмәттәшлеген дауам итеү, коллективты бер-береһе менән таныштырыу сараһы. Көҙгөлөккә шулай уҡ төрлө саралар планлаштырылған.

 

Зөлфиә  Ҡарабаева. 5 июндә Мәскәүҙә Рәсәйҙең заманса тарихы музейында «Йылдың иң яҡшы китаптары» XXIII бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Беҙҙең нәшриәт ике дипломға лайыҡ булды. «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы китабы «Иң яҡшы классик нәфис әҙәбиәт баҫмаһы» номинацияһында еңеү яуланы. Ул шулай уҡ «Литературная газета"ның махсус призына лайыҡ булды. Китап башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә баҫылған. 

Бынан тыш, Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабы «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китап» номинацияһында Рәсәй Китап нәшер итеүселәр берлегенең дипломы менән билдәләнде. Был миҙгел конкурсында Рәсәй төбәктәренән 170 нәшриәт, шулай уҡ сил илдәрҙең рус телле нәшриәттәре ҡатнашты. Барлығы 548 китап тәҡдим ителде. 17 номинация буйынса билдәләнделәр. Үҙебеҙҙең хеҙмәткә лайыҡлы баһа алдыҡ, тип иҫәпләйем. Конкурстың маҡсаты – нәшер итеүселәрҙең һөнәри оҫталығын үҫтереү һәм төбәктәрҙә  нәшер итеү тәжрибәһен таратыу ине. Тауышлы китаптар проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Халыҡ китап уҡый ул. Уның зауығына , ихтыяжына тура килерлек китаптар сығыуы шарт. Халыҡ ихтыяжына, килгән хаттарға күберәк иғтибар бирергә тырышабыҙ. Тарихи китаптар, балалар әҙәбиәтен һәм уҡымлы прозаны һорайҙар. Электрон форматтағы китаптар күберәк рус телендә сыға, башҡорт телендә бик аҙ. Был йүнәлештә лә эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ