Изге Рамаҙан айы башланыуы уңайынан.

27 июндән 28-нә ҡарай төндә, ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана. Ул 30 көн тәшкил итә һәм 27 июлдә Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Рамаҙан айын Кешеләр ниндәй уйҙар, тормошондағы ниндәй хәл-ваҡиғалар, ҡылынған эштәр менән ҡаршылай? Насар уйҙарҙан, кире ҡылыҡтарҙан тыйылырға йыйынамы?  Ураҙа тотасаҡмы?

Асыҡ студия
Изге Рамаҙан айы башланыуы уңайынан.
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы Айгөл Хисамова.

 

Ҡунаҡ: Башҡортостан Мосолмандары Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.

 

Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. Рамаҙан - Исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай.   Аллаһы Тәғәлә был айҙа һәр мосолманға ураҙа тотоуҙы фарыз иткән. Кемдең мөмкинлеге бар, сәләмәтлеге яғынан тыйыуҙар булмаһа, ошо изге бурысты үтәргә тырышайыҡ. Ураҙа ғәйетен иҫән-һау, күңел сафлығы, матур ҡылыҡтар менән ҡаршыларға яҙһын.

 Ислам ғилемгә юл аса, ислам кешегә тәрбиә бирә, ислам кешене сафландыра. Исламбыҙҙың матур юлын һаҡлап, барыбыҙға ла шул юлдан атларға яҙһын. Рамаҙан айы тыныс булһын, мөбәрәк булһын! 

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями