Ял, отпускылар...

 Йәй – отпускылар мәле. Кем уны туған яҡтарында, ә кемдер сит ерҙәрҙә уҙғара. Йыраҡ илдәрҙә сәйәхәт итергә яратҡандар оҙон юлға сығыр алдынан ниҙәр менән таныш булырға тейеш? Ниндәй документтар әҙерләү талап ителә? Виза алыу, сит ил валютаһына аҡсаңды алмаштырыу ҡағиҙәләре ниндәй? Туристик агентлыҡтар был йәһәттән беҙгә ниндәй ярҙам күрһәтә ала?

Асыҡ студия
Ял, отпускылар...
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Айгөл Хисамова. 

Ҡунаҡ: "Гиз-тур" туристик агентлығы директоры Әлфинур Ғиззәтуллина.

 

Әлфинур Ғиззәтуллина. Бөгөнгө көндә турагентлыҡтар  күп. Шулай  ҙа  хәҙер кеше белемле. Путевка  алыр өсөн тәү осраған агентлыҡҡа мөрәжәғәт итмәй. Таныш-белештәре аша һорашып, белешеп киләләр. Беҙҙең эш башлауыбыҙға 5 йыл тулды, әлбиттә, тәүге бер-ике йылда ауырырыраҡ ине. Кешенең ышанысын яулап алыуы еңелдән түгел. Кеше һиңә ышанып килә һәм һин һис шикһеҙ уларҙың ышанысын аҡларға бурыслы. Сәфәр ҡылыусылар араһында күберәк Төркиә, Мысыр илдәре һайлана. Һуңғы йылдарҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге популярлаша. Шулай уҡ эшлекле сәфәргә сығыусылар һаны бермә-бер арта: Чехословакия, Германияға визалар әҙерләйбеҙ. Хаҡлы ялдағы апай-ағайҙар, йәштәрҙән айырмалы рәүештә, күберәк визалы илдәрҙе һайлай. Ә йәштәр, түбән эш хаҡына һылтанып, Төркиә кеүек илдәрҙе үҙ итә.

Шенген визаһын алыуы ауыр түгел. Ниндәй документтар кәрәк тигәндә, сит ил, Рәсәй паспорттары һәм банктан аҡсаң булыуы хаҡында белешмә кәрәк.  Әгәр ҙә  аҡсаң юҡ икән, ата-әсә, туғандарың бағымсы була ала.  Ил буйлап сәйәхәт итергә теләгән кеше мәҫәлән, Германияға шенген визаһы асҡан икән, тәүге барған иле лә Германия булырға тейеш. Артабан ул башҡа илдәргә сыға ала.

Путевкалар тәҡдим итер өсөн  агентлыҡта эшләгәндәр был илдәр менән таныш булырға тейеш. Нисек инде үҙең белмәгән, күрмәгән тауарҙы һатаһың?! Шулай уҡ ял итергә барырға теләүселәр шуны ла белергә тейеш:  әгәр  сит ил паспортының мөҙҙәте бөтөргә 6 ай ҡала икән, был осраҡта ул сит илгә сыға алмай. Мысыр, Израиль кеүек бер нисә илгә генә инеү хоҡуғына эйә була ала.

Путевканы март айында авгусҡа алған осраҡта,  35, 50, 70 процентҡа арзаныраҡҡа төшә. Беҙҙә шулай уҡ путевканың 25 процентын алдан түләп, ҡалғанын яйлап түләү мөмкинлеге лә бар. Ә кемгә ҡабалан түгел, эш ваҡыты  менән бәйле булмағандар "янып" барған путевкалар алып та ота.

Путевка алып та, бара алмаған осраҡтар була. Мәҫәлән, 10 көн ҡала кире киләләр икән, был саҡта путевка хаҡының 70 процентын, 20 көн ҡалғанда, 50 процентын юғалталар.  Иртәрәк мөрәжәғәт иткәндә беҙ ярҙам итергә тырышабыҙ. Ҡунаҡханаға, самолетҡа аҡса алдан күскән була, беҙ уны кире ҡайтарып ала алмайбыҙ. Шуның өсөн ялығыҙҙы планлаштырғанда алдан уйлап эш итергә кәрәк.

Әлбиттә, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур, хозур, шулай ҙа һәр кем үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла сит илгә сығып ял итергә, диңгеҙ һауаһын һулап ҡайтырға тейештер тип уйлайым.  Һәммәгеҙгә матур ял теләйем!

 

Фото №1 - Ял, отпускылар...
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Пенальти