Ҙур ҡалаларҙа юғары белем алыу мөмкинлектәре.

Бөгөн ҡыҙҙар һәм егеттәр Санкт-Петербург, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Ниндәй университеттар төбәктәрҙән абитуриенттар ҡабул итергә әҙер? Башҡортостан йәштәре ситтә уҡырға теләйме?

Асыҡ студия
Ҙур ҡалаларҙа юғары белем алыу мөмкинлектәре.
Асыҡ студия

​         Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

​Ҡунаҡтар: Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары берлеге ағзалары Миләүшә Әлибаева һәм Әлфирә Торсонбаева.

 

Миләүшә Әлибаева. Сығышым менән Хәйбуллананмын, Р.Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһын тамамланым. Мәскәүҙә белем алырға теләгем ҙур булды һәм был ассоциация хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Машиналар эшләү университетының экология факультетында белем алам, II курсты тамамланым.

Йыл һайын республика райондарына үҙебеҙҙең уҡыу йортоноң анкеталарын ебәрәбеҙ. Администрация уны мәктәптәргә тарата, 11-се синыф уҡыусылары уны тултырғас, анкеталар кире беҙгә ҡайта. Һөҙөмтәләре буйынса ҡарап, уҡыусыларға шылтыратып, әңгәмәгә саҡырабыҙ. Беҙҙең уҡыу йортона физика, матемтика, химия кеүек фәндәр һөҙөмтәләре менән алалар. Абитуриенттарға тейешле ярҙам, йүнәлеште беҙ ҙә күрһәтә алабыҙ.

Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында белем алырға теләүселәр Өфө ҡалаһы, Сочи урамы, 12-се йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Паспорт күсермәһе, 3*4 -6 фото, 086 формаһындағы медицина белешмәһе, аттестат оригиналы һәм БДИ сертификаты. Беҙ эшләгән университеттарҙа дөйөм ятаҡ бар.

Мин уҡыған уҡыу йортонда I-II курстарҙа әгәр "4"-"5"-кә генә уҡыһаң, стипендия - 14 мең һум. Шуға үҙем уҡыған уҡыу йортона саҡырам.

Ассоциация 2009 йылдан эшләп килә һәм ошо арауыҡта 2000 студентты Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы вуздарға урынлаштырҙыҡ. Яңы урынлашҡан яҡташтарыбыҙға төпләнеп китергә ярҙам итәсәкбеҙ. Ҙур ҡалала белем алыуҙан ҡурҡырға ярамай, батыр булырға, хыялыңды тормошҡа ашырырға кәрәк.

 

Әлфирә Торсонбаева. Үҙем Баймаҡ районынан, авиация-техник университетында белем алам. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары берлеге ассоциацияһы тураһында Азат Бәҙрәнов аша белдем, ул мин уҡыған Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһына килеп, уҡыусылар алдында сығыш яһаны. Мәскәүҙә белем алыу оҡшай, яңы дуҫтар, яңы мөмкинлектәр астым.

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями