ШОС һәм БРИКС. Һуңғы йылдарҙа ошо ике аббревиатура телгә йыш эләгә. Донъяла, Рәсәйҙә генә түгел, Башҡортостанда ла. Беҙҙең республикаға килгәндә бының сәбәбе билдәле: ошо һаман абруйы ҙурая барған, ҙурайтыла барылған ике халыҡ-ара ойошманың сираттағы, ябай әйткәндә, йыйылыштары киләһе йылда Өфөлә үтәсәк. БРИКС буйынса тәғәйен көндәре иғлан ителде, президент Путин ошо аҙнала, Бразилияла, уның ағзаларын Башҡортостандың баш ҡалаһына саҡырҙы ла инде: 9-10 июлдә. Саммит тап Рәсәйҙә үтәсәк, сөнки ойошмала рәйеслек итеү уға күсте.
Бөгөнгө «Асыҡ студия»ла һүҙ саммиттың төп ултырышы уҙасаҡ «Конгресс-холл»да, йәнә лә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында йүнәтеү эштәре барышы тураһында.
Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.
Ҡунаҡтар: мәҙәниәт учереждениелары директорҙары Рәсүл Ҡарабулатов һәм Алмаз Сәйетов.
Рәсүл Ҡарабулатов. ШОС һәм БРИКС сараларын уҙғарыуға ҙур әҙерлек эштәре бара. Бөгөнгө көндә «Конгресс-холл» тулыһынса ябылған, тип әйтә алмайбыҙ. Беренсе ҡатында саралар үтеп тора. Элек “Космик,, сауҙа-күңел асыу үҙәге булған залдарҙа етди ремонт эштәре бара. «Конгресс-холл» ға тәғәйен майҙан артып, өс ҙур залға йәнә өсәү өҫтәлә. Юғары кимәлдәге сараларҙы шунда уҙғарыу ҡаралған.
Алмаз Сәйетов. Халыҡ араһында киң танылыу яулаған “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, уның “Башҡортостан" концерт залы исемендә асылыуы көтөлә. Һөҙөмтәлә Мәҙәниәт министрлығы, республика һәм Өфө ҡалаһы бөгөнгө заман талабына тап килерҙәй концерт залы алыр, тип уйлайым.
Мәҙәниәт йортоноң тышҡы ҡиәфәтенә, архитектураһына килгәндә, ул үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Ремонт эштәре башланғас, халыҡ араһында “ниңә уны емерергә, үҙгәртергә” тигән фекерҙәр ҙә булды. Бынан утыҙ йыл элек асылған мәҙәни йорт, нисек кенә булмаһын, бөгөнгө заман талаптарына яуап биреп етмәй. Мәҫәлән, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандустар ҡуйыласаҡ. “Башҡортостан" Рәсәй һәм Европа кимәлендәге концерт залдарының береһе буласаҡ.