Тәбиғәт кешесә ҡарашҡа мохтаж. Уны туҙҙырыу - бер, тәртиптә тотоу иһә бөтөнләй икенсе, ҡатмарлы мәсьәлә.
Тапшырыу авторы: Бәйтулла Фәтҡуллин.
Ҡунаҡтар: Өфө урман хужалығы техникумы директоры Дамир Асҡаров, урман хужалығы министрлығының мөлкәт менән идара, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе Альберт Байтимеров, министрлыҡтың мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин Һәм тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығынан айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм биологик төрлөлөк менән эшләү бүлеге етәксеһе Эльвира Ҡорбанаева.
Дамир Асҡаров. Теүәл бер йыл элек Башҡортостан урман хужалығы министрлығы ҡарары менән “Башҡортостан урмансылары” исемен йөрөткән парк беҙҙең уҡыу йорто ҡарамағына даими ҡулланыу мөҙҙәте билдәләнмәгән файҙаланыуға, йәғни белем биреү эшмәкәрлегенә тапшырылды. 2013 йылға тиклем ул Өфө урмансылар паркына инде. Һуңғы йылдарҙа урман хужалығында хеҙмәткәрҙәрҙең һаны ике тапҡырға кәмене, ә хеҙмәтләндереү майҙаны ике тапҡырға артты. Беҙҙең 700-гә яҡын студент, хеҙмәткәрҙәр ошо паркка беркетелде. 1966 йылда төҙөлгән был паркта студенттарыбыҙға практика үтеү, фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар.
“Фонд социальных инциатив,, тарафынан киләсәктә был паркты тәртиптә тотоу өсөн 6 берәмек эш урыны, техника ҡаралған. Шулай уҡ беҙҙең студенттар ҙа йәлеп ителәсәк. Ә шулай ҙа булған матурлыҡты һаҡлау, тәртип булдырыу өсөн тәү сиратта ябай халыҡ араһында мәҙәни-тәрбиәүи эш алып барырға кәрәк.
Альберт Байтимеров. Әлеге көндә ,,Башҡортостан урмансылары” паркында асфальт түшәү, төҙөкләндереү, яҡтылыҡ ҡоролмаларын урынлаштырыу эштәре менән мәшғүлбеҙ. 1 сентябргә тиклем балаларҙың уйын майҙансыҡтары урынлаштырылырға тейеш. Ял итергә килеүселәрҙең шәхси транспорттарына парковка урындары әҙерләнә. Был проектты атҡарып сығыу өсөн республиканан 50 млн һум аҡса бүленгән.
Урмансылыҡ зонаһында, Урман Кодексына ярашлы, капиталь төҙөлөштәр ҡаралмаған, йәғни ҡәтғи рөхсәт ителмәй.
Айбулат Ғәйнуллин. Был паркта ял иткәндә, айыу, бүре, төлкө һәм башҡа хайуандар торған вольерға тап киләһең. Уларҙың киләсәк яҙмышы хаҡында бынан бер-ике аҙна элек инвесторҙар менән һөйләшеү булды. Улар миллионлаған кеше йәшәгән ҡалаларҙа була торған Хайуандар зоопаркы төҙөүҙе планлаштыра. Әлегә был ҡарар сығарылмаған. Урмансылар паркы мөмкин тиклем тәбиғи шарттарға яҡын булырға тейеш.
Урман емештәрен йыйыу өсөн һәр кем урманға инә ала. Әммә әлеге кеүек янғындарға ҡаршы махсус режим иғлан ителгәндә урмандарға инеү тыйыла, сөнки был хәүефһеҙлек сараһы. Ул урындар ҡуртымға алынып, махсус ял итеү урындары ойошторолған осраҡта, түләү алыу рөхсәт ителәлер, тип уйлайым.
2020 йылға тиклем “Урман хужалығы үҫеше “ тигән махсус республика программаһы эшләй. Ғөмүмән, урман фондын алғанда, ағастарҙы яңыртыу буйынса даими эш алып барыла.
Эльвира Ҡорбанаева. Башҡортостандың бай тәбиғи ресурстарының береһе булған биологик төрлөлөктө, йәғни үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы һаҡлауға беҙҙә айырыуса ҙур урын бирелә һәм маҡсатлы эш алып барыла. Башҡортостандың уникаль тәбиғәтен һаҡлау маҡсатында өс заповедник, бер милли, дүрт тәбиғи парк, 27 заказник ойошторолған. Майҙаны 1 млн гектарҙан ашыу булған был ерҙәр дәүләттең һәм республиканың тәбиғәтте һаҡлау закондары яҡлауына мохтаж. Тәбиғи парктар хаҡында әйткәндә, уларҙың “функциональ зонирование”һы бар. Ҡайһы бер ерҙәр “заповедная зона” тип атала, унда инде инергә ярамай. Халыҡ быны белергә тейеш. Мәҫәлән, Шүлгән мәмерйәһенә инергә, ҡарарға ярай. ,,Башҡортостан заповеднигы”, “Көньяҡ Урал заповеднигы”ның рөхсәт ителгән урындары бар, уларға рөхсәт алып инергә кәрәк.Башҡортостандың экология һәм тәбиғи ресурстары дәүләт программаһы бар. Шул программа аҫтына ,,айырым һаҡлауға дусар ерҙәрҙе һаҡлау” программаһы инә.