Aуыл хужалығы.

Миҙгел ифрат ҡатмарлы килде: яҙ аҙағы-йәй башында "ҡоролоҡ" тип саң ҡағылды, хәҙер,  ямғыр  туҡтамай. Ысынлап та, тағы ваҡытһыҙ яуамы, әллә ҡырсылыҡта уның артығы һис булмаймы? 

Асыҡ студия
Aуыл хужалығы.
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.

Ҡунаҡ: Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының прогрессив технологиялар, үҫемлекселек һәм мелиорация бүлеге етәксеһе Ирек Сураҡов.

 Ирек Сураҡов. Әле яуған ямғырҙарҙы ваҡытһыҙ тип әйтеп булмай. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыйылған дым, мәҫәлән, Яңауыл районында күрше төбәктәр менән сағыштырғанда 21 мм–ға, Бөрө районында 54 мм-ға кәм. Вегетатив осор башынан Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында яуым-төшөм кәм булыу арҡаһында ике тапҡырға кәмерәк дым тупланды. Ә Дыуан районында, киреһенсә, 70 процентҡа күберәк булды.

​Уҙған аҙна Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында булып ҡайттым. Урыны- урыны менән ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, күпселек майҙанды йәшеллек алып тора. Быға, әлбиттә, һуңғы ямғырҙар булышлыҡ итте. Иген культуралары ла күтәрелеп киткән.

​Әле яуған ямғыр бойҙай, арыш, арпаға үҫергә ярҙам итә. Мелиорация буйынса Рәсәй программаһы бар. Ул 2014-2015 йылдарға ҡаралған. Был программа нигеҙендә ауыл хужалығында эшләгән хужалыҡтар мелиоратив системалар төҙөһә, уларға 50 процентҡа тиклем субсидия бүленә. Шулай уҡ мелиоратив механизмдар алһалар, субсидия алыу мөмкинлеге бар. Республика буйынса 80-гә яҡын хужалыҡ ошо программала ҡатнашырға ғариза бирҙе. Комбайндар һатып алыуға федераль яҡтан 15 процентҡа тиклем субсидия ҡаралған.

​Март айында Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Ҡарары нигеҙендә 2014-2015 йылдарға көҙгө хаҡтар билдәләнде. Хужалыҡтар продукцияһын үҙҙәре һата алмаһа, билдәле хаҡҡа Рәсәйҙең стратегик запасына һатып алыу мөмкинлеге бар.

​Быйыл бер нисә районды “ҡара сиңерткә” баҫып алды. Былтыр ошо ваҡыт менән сағыштырғанда ҡара сиңерткәләргә ҡаршы 107 мең гектар майҙан ер эшкәртелгәйне. Бөгөн ул 96 мең гектарҙы тәшкил итә. Ғалимдар уларҙың беҙҙең тәбиғәт шарттарында нисек ҡышлауын, уларға көрәш ысулын өйрәнә. Алты район хәүефле тип иғлан ителде. Республика, федераль кимәлдәрҙә саралар күрелде. Хәҙер хәл бер аҙ йомшарҙы. 

Фото №1 - Aуыл хужалығы.
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии