Ижад һәм йәмғиәт.

Ижад кешеләренә һәләттәрен, йәшерен таланттарын асыр өсөн әлеге көндә бөтә мөмкинлектәр һәм, хатта, мөмкин булмаған яҡтар ҙа бар. Экрандарҙа көн дә яңынан-яңы проекттар булдырыла, уларҙың күбеһендә ябай халыҡ вәкилдәре ҡатнаша. Ниндәй улар – ижад кешеләре, ижадһыҙ донъя – күңелһеҙ донъя булыр инеме? Йәштәр араһынан ижадҡа ынтылыусылар байтаҡмы?

Асыҡ студия
Ижад һәм йәмғиәт.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы – Айгөл Хисамова.

Студия ҡунаҡтары: Билдәле шағирә  Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм  йәш йырсы Гөлнур Ҡарабулатова.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. Ижад кешегә ыңғай йоғонто яһай. Әҙәбиәт, мәҙәниәт аша ул бейеклектәргә ынтыла, яҡтылыҡҡа тартыла. Яҙыусылар борон-борондан ҙур роль уйнаған. “Хатта батшалар ҙа шағирҙар алдында баш эйгән,”- тип тиккә генә әйтмәйҙәр. Яҙыусының фекере ҡағыҙҙа сағыламы, йәки телдән телгә, халыҡ ижады аша килеп еткәнме, әлбиттә, көслө йоғонто яһай. Яҙыусы менән йәмғиәт бәйләнеше бик ҙур. Йәмғиәтһеҙ яҙыусы булмай. Йәмғиәттең торошон, халыҡ тормошон яҙыусы үҙенең ижадында сағылдырмай икән, уны халыҡ ҡабул итмәйәсәк. Бөгөнгө шиғриәттә ысын, төплө, шағирҙар  бихисап. Ижады көслө булған яҙыусы онотолорға тейеш түгел, шуға ла яҙыусы ижады менән таныштырыу  һәм шәхсән яҙыусының үҙенең халыҡ менән аралашыу  бик ныҡ кәрәк. Халыҡ менән осрашыуҙар беҙгә көс, дәрт бирә. Үҙеңдең һәләтеңде үҫтереү, даирәңде киңәйтеү өсөн  башҡаларҙың ижады менән танышырға кәрәк. Һәр ижадтан кеше фәһем ала.  Ижад өлкәһендә эшләгән  йәштәр байтаҡ, тип әйтергә була. Юғары уҡыу йорттарында ойошторолған әҙәби түңәрәктәр ҙур роль уйнай.

Гөлнур Ҡарабулатова. Атайымдың һәм әсәйемдең ижад кешеләре булыуы миңә ныҡ йоғонто яһаны, тип әйтергә була. Был һөнәрҙе һайлағанға бер ҙә үкенмәйем. Ҡатмарлы булһа ла, ыңғай яҡтары күберәк. Артист үҙ юлында бер нисә этап үтергә тейеш.  Тәүге  сиратта үҙ өҫтөндә эшләп, үҙенә исем яһай, ҡабатланмаҫлыҡ стиле барлыҡҡа килергә тейеш. Кеше ысынлап та талантлы, һәләтле  булһа, уның үҫеше бер ҡасан да туҡтап ҡалмай. Әлеге ваҡытта мин профессиональ музыкаль белем алам. Йырҙарымды йылдан-йыл яҡшыртып барам, тип уйлайым. Үҫмер сағымдағы йырҙар  күберәк мөхәббәт, ҡыҙҙар-егеттәр тураһында булһа, әле инде холҡомдо, тормошомда булған ваҡиғаларҙы сағылдырған йырҙар урын ала. Яҡшы, етди музыканттар менән эшләйем. Шуға үҙемдең ижадымды ысын ижад тип һанай алам.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ