Европа чемпионатында Башҡортостан шашкасылары уңышлы сығыш яһаны.

Белоруссияла  шашка буйынса Европа беренселеге тамамланды. Унда, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең спортсылар ҡатнашты. Һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәштеләр.

Асыҡ студия
Европа чемпионатында Башҡортостан шашкасылары уңышлы сығыш яһаны.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы – Зөлфиә Рәхмәтуллина.

Студия ҡунаҡтары: Шашка буйынса ил һәм донъя кимәлендә танылыу яулаған Айгөл Иҙрисова  менән  Айнур Шәйбәков

Айгөл Иҙрисова. Европа беренселеге - балалар араһында үткәрелә торған ярыш. 19 йәшкә тиклем ҡыҙҙар араһында ҡатнашып, алтын миҙал яуланым. Европа беренселеге минең өсөн һуңғыһы булды,  сөнки был йәштән уҙҙым.  Хәҙер инде тик ололар араһында ғына көс һынаша алам. Мин быға бик яуаплы ҡарайым. Шулай уҡ алтын миҙалға, ун йәшкә тиклем малайҙар араһынан, Тамерлан Әхмәров, блиц-программала Марсель Шәрәфетдинов лайыҡ булды. Башҡортостандан күп кенә спортсылар барҙы. Беҙ Рәсәй һәм Башҡортостан данын яҡланыҡ. Шул уҡ ваҡытта Яҡутия менән Башҡортостан араһында үҙ - ара ярыш барҙы. Кемдең миҙалы күберәк булыр. Беҙ алдынғылыҡты бирмәнек. Шашка менән ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Шашка клубы базаһында балаларҙы интеллектуаль яҡтан үҫтереү өсөн балалар баҡсаһы асылды. Ата-әсәләр  бик ҡәнәғәт ҡалды. Быйыл беренсе сығарылыш булды. Голландияны шашка иле тип әйтеп була. Ундағы спортсылар бик көслө. Белоруссияла үткән чемпионатта улар бер ғаилә һымаҡ берҙәм булдылар.

Айнур Шәйбәков. Прагала Еропа беренселеге уҙғарылғанда, дүртенсе урын алдым. Голландияла донъя кубогы үтте. Унда ике йөҙҙән ашыу ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Иң көслө ярыштарҙың береһе, тип уйлайым. Беҙҙең өсөн был чемпионат бик яуаплы ине.  Минең өсөн дүртенсе, бишенсе урындар - юғары күрһәткес. Чехиялағы  Европа чемпионатынан һуң, бер ай Ҡытайҙа булып ҡайттым. Унда тәжрибә уртаҡлаштым. Тренерҙарға, спортсыларға  дәрестәр үткәрҙем. Көндөң бер яртыһында башҡаларҙы өйрәтһәм, икенсе яртыһында үҙемде формаға килтерә инем.  Ваҡыт булмау сәбәпле, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшмәҫмен, тип уйлағайным. Бәхеткә күрә, мин алдынғы урынды алдым. Һин беренсе булырға теләйһең икән, һәр көн яңы асыштар асырға тейешһең. Ҡытайҙа бер миллиондан ашыу кеше шашка менән шөғөлләнә. Уларҙың конкуренциялары ҡатмарлы. 2007 йылдан алып  беҙҙең профессиональ шашка клубына Ҡытай делегацияһы килде. Беҙҙең арала килешеү төҙөлдө. Үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алып өйрәттек. Яңы проект ғәмәлгә ашты. Уның маҡсаты: ярыштар менән республикабыҙҙың райондарына сығыу, ауыл балаларын йәлеп итеү. Күбеһенсә, иғтибарҙы  Урал аръяғына  йүнәлттек.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Пенальти