Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 115 йыл.

Данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 115 йыл тула.  Ошо айҡанлы республикала байтаҡ саралар үтәсәк.

Асыҡ студия
Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 115 йыл.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева.

Студия ҡунағы: 112-се башҡорт атлылар дивизияһы музейы етәксеһе Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы Fәйнуллина.

Илүзә Fәйнуллина. Рәсәй Президенты 2012 йылды Тарих йылы тип иғлан итте. Беҙ, легендар шәхес генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелһен өсөн, ҙур акция иғлан иттек. Йәмәғәт, киң мәғлүмәт саралары - барыһы ла дәррәү күтәреп алды. Бер кем өсөн дә был яңылыҡ булманы. Сөнки 1948 йылдан алып, Миңлеғәле Шайморатов хәбәрһеҙ юғалмауын, батырҙарса һәләк булыуын иҫбат иткәс, халыҡтың үтенесе буйынса, акция иғлан ителә. Бер нисә йыл хөкүмәт етәкселәре Мәскәүгә Сталин исеменә мөрәжәғәт итә. 1958 йылда хатта ике тапҡыр сығалар. Тик һөҙөмтәһе булмай. 2005 йылда был эшкә Башҡортостандың Милли музейы тотона. Бер нисә мең ҡултамға йыйыла. Шулай уҡ был мәсьәлә хәл ителмәй. 2012 йылда, Тарих йылы тигәс, өмөтләнеп тағы ла акцияны башланыҡ. Ул халыҡтың талабы булды. Күптәре Бөйөк Ватан һуғышын иңдәрендә кисергән оло быуын вәкилдәре. Беҙгә экскурсияға райондарҙан, ҡалаларҙан делегациялар килһә, был тема артта ҡалмай. Ҡултамға ҡуйҙыҡ, ҡасан исем бирелә, тип һорайҙар. Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл тулыу айҡанлы, акцияны башлағайныҡ. Әле Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнәбеҙ. Данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен бирелеүенә ышанабыҙ. Өмөтөбөҙҙө бер ҙә өҙмәйбеҙ.

Әлеге көндә халыҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡатнашҡан туғандарын, яҡындарын эҙләп йыш мөрәжәғәт итә. Музейға киләләр, хаттар ҙа яҙалар. Беҙ улар тураһында мәғлүмәт йыйырға тырышабыҙ. Күп ваҡытта табып та бирәбеҙ.  Дивизия яугирҙәренең туғандарына беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Улар ғаилә архивтарынан фото, көндәлектәр, хаттар алып килә.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
Пенальти