Торлаҡ мәсьәләһе.

Рәсәйҙә торлаҡҡа иң юғары хаҡтар билдәләнгән миллионлы ҡалалар исемлеге төҙөлгән. Рейтингта беренсе урында Екатеринбург, унда фатирҙың бер квадрат метры 69 мең һум. Түбәнге Новгородта бер квадрат метр 62 - 63 мең һум тора. Өфөлә иһә бер квадрат метр өсөн әҙерәк һорайҙар, ул уртаса алғанда 61 меңгә төшә.

Асыҡ студия
Торлаҡ мәсьәләһе.
Асыҡ студия

   Көҙгө әүҙемлек башланыу менән күсемһеҙ милеккә хаҡтар артырмы?  Ошо осорҙа фатир йәки йорт алыу отошломо? Аренданың ниндәй нескәлектәре бар?  

Тапшырыу авторы - Зөһрә Арсаева.

Студия ҡунаҡтары: “Арҡайым” күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе Луиза Ишемйәрова һәм риэлтор Гөлгөнә Ғайсина.

Луиза Ишемйәрова. Кешеләр ҡалала тиҙ арала фатир йәки бүлмә табырға теләһәләр, был осраҡта күсемһеҙ  милек агентлығы ярҙамға килә. Күбеһенсә, бер көн эсендә урынлаштырырға тырышабыҙ. Беҙҙең мәғлүмәт базаһы көндән-көн киңәйә. Йыш осраҡта - бер бүлмәле, ғаиләләр ҙур булһа, эшселәр фатир алырға теләһәләр, 2-3 бүләмле фатирҙар ҡуртымға бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында мутлашырға яратыусыларҙың да булыуы ихтимал. Үҙенә ҡуртымға алып, ваҡыты еткәс, интернет селтәрендә реклама биреп, үҙҙәренә аҡса эшләр өсөн субарендаға бирергә тырышалар. Бындай хәлгә тап булмаҫ өсөн, иң мөһиме фатирҙы  ҡуртымға алғанда  хужаның документтарын тикшерергә кәрәк. Паспорт,  прописка һәм фатирҙың документы. Фатирҙы ҡуртымға тапшырғанда, килешеү төҙөү мотлаҡ. Ике яҡтың да паспорт мәғлүмәттәре,  ҡуртымға алыу-биреү акты, аҡса алыу тураһында расписка булырға тейеш. Көҙгө әүҙемлек башланыу менән фатирға хаҡтар артты. Иң осһоҙо – ул Шакша, Инорс, Черниковка биҫтәләрендә. Ҡиммәттәре – “Йәшел сауҡалыҡ”, үҙәк һәм уҡыу йорттары урынлашҡан райондарҙа. Бөгөнгө көндә  күсемһеҙ милек агентлығында тәүлек әйләнәһенә  коттедж алыу бик популярлашты. Өфө эргәһендә 70-тән ашыу ҡуртымға бирелә.  

Гөлгөнә Ғайсина.  Бөгөн риэлторҙар йыйылышында фатирҙың хаҡы артырмы, кәмерме йәки шулай уҡ ҡалырмы, тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡараштар төрлө булды. Торлаҡ хаҡы төшмәйәсәк, тотороҡло ҡалыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта Евросоюз беҙгә төрлө санкциялар индерҙе, шуның өсөн банктарҙа проценттар  күләме артты. Фатирҙарға хаҡтар артмаҫ, тигән фараз бар.  Проценттар артҡас, түләү мөмкинлеге ҡыйынға төшә. Һатыусылар хаҡтарҙы төшөрөргә мәжбүр буласаҡ. Алыусылар һаны кәмейәсәк. Шул ваҡытта хаҡтарҙың төшөүе мөмкин. Әлеге ваҡытта киләсәкте аныҡ ҡына күҙаллау мөмкин түгел.

2014-се йылда баш ҡалабыҙҙа 1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индереләсәк. Йорт төҙөлөп бөтмәҫ борон, бер-ике бүлмәле фатирҙар һатылып бөтә. Кешенең ирекле аҡсаһы, ваҡытлыса  йәшәр урындары булһа, алырға тырышалар. Бөтәһе лә аҡсаға алһа, был күләм етер ине. Ә ипотекаға булһа - етмәйәсәк. Шуға хаҡтар ҡиммәт килеп сыға.  Өфө эргәһендәге райондарҙа фатирҙың бер кв. метрын 30-40 меңгә табырға була. Өфөлә Инорс биҫтәһендә 57 мең һум, үҙәктә 70-80 мең һумдан башлана. Иң ҡиммәт фатирҙар “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендә – 96 мең һумға барып етә. Ҡаланан ситтә йәшәүселәр һаны күбәйә. Ҡала эсендәге фатирҙар менән сағыштырғанда, коттедждар осһоҙораҡ килеп сыға. Һалымды ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Кешенең үҙ ғүмерендә  бер тапҡыр ала торған хоҡуғы ул. Был саҡта кеше эшләргә тейеш. Шулай уҡ  эш хаҡынан да тора. Ипотекаға фатир алыу отошло. Күп банктарҙа “Йәш ғаиләләр” программаһы бар. Сбербанкта башланғыс түләү 10% тәшкил итә. Торлаҡ төрлө шарттарҙа ла үҙенең хаҡын юғалтмаясаҡ.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ