Салауат Юлаев премияһы.

Башҡортостандың төп дәүләт бүләктәренең береһе - Салауат Юлаев премияһына дәғүә итеүселәрҙең исем-шәрифе асыҡланды. Улар: композиторҙар Нур Дауытов, Андрей Березовский, режиссер-ҡуйыусы Илмар Әлмөхәмәтов һәм яҙыусы Ғәлим Хисамов.  

Асыҡ студия
Салауат Юлаев премияһы.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

Студия ҡунағы: әҙип, журналист һәм дәүләт эшмәкәре, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара Төрки академияһы академигы Ғәлим Хисамов.

Ғәлим Хисамов. Бер-ике әҫәр өсөн премияға тәҡдим ителеү дөрөҫ түгел, унда һинең ғүмерлек ижадың, эшмәкәрлегең күҙ уңында тотолорға тейештер. Мине шундай оло премияға тәҡдим иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.

     Әҙәби ижадымда олуғ шәхес Зәки Вәлиди образына мөрәжәғәт итеү теләге, әлбиттә, бар. Зәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеген, ғөмүмән, уны яҡшы беләм тип әйтә алмайым.  Әле уны өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Ә шулай ҙа әҫәрҙең нигеҙе тыуҙы, тиһәм дә була, киләсәктә ул уҡыусыларға тәҡдим ителер.

   "Өн һәм һан" китабына ике роман ингән.  Китап буйынса уҡыусылар араһында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер бар. Кемдер уҡыу менән бер нәмәлә аңламаным, тиһә, икенсеһе, киреһенсә барыһы ла аңлашыла, ти.  “Өн һәм һан” романы махсус әҙерлекле уҡыусылар өсөн. Тарихты, геология, археология, генетиканы белеүҙе талап итә.

Төрлө тармаҡта хеҙмәт итеү, кешеләр менән аралашыу - былар минең әҫәрҙәремдә үҙ эҙен ҡалдырҙы.  Хикәйәләремде уҡып, үҙен таныусылар ҙа бар.  Ижади процессҡа килгәндә, тиҙ яҙам, тип әйтә алам. Тарихты яратам, үҙем өсөн яңылыҡтар асырға яратам. Атайым, ғөмүмән, ауылдаштарым тарихты яратты, белмәгәнде белергә ынтылыуҙары миңә күскәндер.

    Проза яҙыусыға берәү ҙә ҡамасауламаһа шул етә.   Ашап алырға, ял итергә ваҡыты булһа, шул еткән, әҫәр әҙер булыуға һаҡал-мыйыҡ баҫып, килеп сығаһың икән, тимәк, уңышлы ижад ителгән. Башҡорт әҙәбиәтендә, донъяуи әҙәбиәттәге кеүек үҫеш бар. Бөгөнгө баҙар капитализмын Әмир Әминев кеүек өлгөргән әҙиптәр һүрәтләһә, йәштәр был күренеште икенсе күҙлектән тасуирлай. Әҫәрҙе яҙып, әҙерләп бөтмәйенсә, мин уны бер кемгә лә уҡырға бирмәйем. Әҫәрҙе мөхәррирләүселәргә асыуланып ҡарамайым, улар һинең ижадыңа төҙәтмә индерә икән,  бының менән килешергә генә ҡала.

Фото №1 - Салауат Юлаев премияһы.
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ