“Башҡорт ҡатын-ҡыҙы – милләт әсәһе”

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә быйыл 25 йыл. Ошо уңайҙан тантаналы йыйын ойоштороу һәм сара сиктәрендә булдыҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын билдәләү маҡсатында  ҡуйылғайны. “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы – милләт әсәһе” тип исемләнгән конкурс һәм, ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында һөйләшер өсөн саҡырылды бөгөнгө ҡунаҡ.

Асыҡ студия
“Башҡорт ҡатын-ҡыҙы – милләт әсәһе”
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы: Зөлфиә Рәхмәтуллина.

Ҡунаҡ: Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре Гөлнур Ҡолһарина.

Гөлнур Ҡолһарина. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең актив позицияһын бирмәй, һәр ерҙә әүҙәмлек күрһәтә. Мәғариф, ижад, сәйәсәт, өлкәһендә, йәмәғәт тормошонда тырышып эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йылдан-йыл арта. Район, ҡалаларҙа эшләп килгән “Ағинәйҙәр”, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар” ойошмаларының етәкселәре Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, улар  төрлө саралар уҙғара. Ғөмүмән, беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булып эшләргә тырышабыҙ.

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. Төрлө өлкәләрҙә улар нисек эшләй, ниндәй уңыштар яулауын асыҡлар өсөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән берлектә быйыл “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы – милләт әсәһе” тигән конкурс иғлан итте. Уның сиктәрендә бер нисә номинациялар булдырып, төрлө тармаҡта тырышып эшләүсе гүзәл заттарыбыҙҙы  асыҡлауҙы  маҡсат итеп ҡуйҙы.

Йыл дауамында даими мәҙәни саралар, түңәрәк өҫтәлдәр  уҙғарылды. Республика буйынса байтаҡ эштәр алып барҙыҡ. Бөгөн  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Розалия Солтангәрәева Әлшәй, Дәүләкән яҡтарында эш сәфәре менән, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ағзалары менән осрашыуҙар үтәсәк. Аҙна аҙағында Учалы яҡтарында ла шундай уҡ саралар ҡаралған.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте иғлан иткән бәйге республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла. Был йәһәттән беҙгә ярҙамға район хакимиәттәре, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары бик ныҡ ярҙам итте. Урындарҙа үткән ярышта еңеүселәрҙән ғариза ҡабул ителә. Сентябрь айына тиклем тиһәк тә, әле лә бәйгеселәр һаны кәмемәй. Һөҙөмтәләр билдәләр өсөн махсус комиссия төҙөлдө, министрлыҡтан да белегестәрҙе йәлеп иттек. Ойошманың 25 йыллығына ҡарата уҙғарылған сарала, октябрь аҙағында, конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Номинацияларға килгәндә бер нисәһен атап үтәм: “Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре,” “Ҡатын–ҡыҙ - әсә” һәм башҡалар.

Ошо конкурста ҡатнашырға теләп тә, әгәр әлегә тиклем ишетмәгәндәр икән,  276-20-41 телефоны аша беҙҙең ойошмаға мөрәжәғәт итә алалар.  

2014 йылда башланғыс алған күркәм сараның дауамы алдағы йылдарҙа ла булыр, тигән уйҙабыҙ. Сөнки,  ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы, гүзәллектең сағыу билдәһе!

Фото №1 - “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы – милләт әсәһе”
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ