Ышаныс һәм өмөт телефоны

2013 йылдың 17 сентябрендә Башҡортостанда 5 хеҙмәтте берләштергән Берҙәм Ышаныс Телефоны эшләй башланы. Һөҙөмтәләр, проблемалар, аныҡ эштәр...

Асыҡ студия
Ышаныс һәм өмөт телефоны
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Зөһрә Арсаева.

 

Ҡунаҡ: Республиканың ғаиләгә, балаларға һәм  йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгенең ашығыс психологик ярҙам хеҙмәте мөдире Ғәлиә Сәлихова.

 

Ғәлиә Сәлихова: 

 

- Бер йыл эсендә беҙҙең Берҙәм ышаныс телефонына 28 мең кеше мөрәжәғәт иткән. Берҙәм ышаныс телефонын берләштергән хеҙмәткә  беҙҙең ғаиләгә, балаларға һәм  йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге, “Индиго” социаль-психологик ярҙам күрһәтеү ҡала үҙәге, 1-се һанлы психиатрия дауаханаһы, 2-се һанлы Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһы һәм Республика клиник психиатерапевтик ярҙам күрһәтеү үҙәге.

Шылтыратыуҙар ҡайҙа күберәк тигәндә, 5 хеҙмәттә  лә үҙ-ара тигеҙләшкән.  Әлбиттә, элекке абоненттар беҙгә шылтыратып, ярҙам алыуын дауам итә.  Бындай хеҙмәт халыҡ өсөн бик ҡулай, бер номерға шылтыратып, тейешле мәсьәләне сисеү мөмкинлеге бар. Беҙҙең ышаныс телефоны: 8 800-7000-183, шылтыратыуҙар аноним рәүештә, бушлай ҡабул ителә. Был һандарға кешеләр кәрәҙле телефондан да, стационарҙан да шылтырата ала. Киске биштән  унға тиклем мөрәжәғәт итеүселәр һаны күберәк. Үҫмерҙәр генә түгел, оло йәштәгеләр ҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.  Мәҫәлән, ир менән ҡатын, бала менән ата-әсәһе, эш урынындағы проблемалар һәм башҡалар. Йәнә берҙе ҡабатлайым, шылтыратыу аноним, кеше үҙенең исемен әйтергә теләмәй икән, беҙ төпсөнөргә тейеш түгел.  Берҙәм ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, телефон аша ярҙам итеүселәргә файҙабыҙ тейҙеме-юҡмы икәнен әйтә алмайбыҙ. Һирәк осраҡта ғына улар беҙгә ҡабатлап шылтыратып рәхмәт әйтә. Үҙәккә килеп мөрәжәғәт иткәндә, улар анкета тултыралар, ни өсөн килгәндәр, ниндәй ярҙам көтәләр. Икенсе анкета ла һөҙөмтәләр теркәлә, психологтарға рәхмәт һүҙҙәре яҙыла икән, тимәк ыңғай үҙгәреш була.

Үҙәктә психологтар, уҡытыусы-логопед, уҡытыусы-дефиктолог  һәм социаль педагогтар эшләй.

“Беренсе тапҡыр 1 класҡа” тигән ҡыҙыу линия йыл һайын август аҙағында үтә. Иң беренсе булып баланың уҡырға барырға теләге булмауы тора. Ата-әсәләр был осраҡта нимә эшләргә тигән һорау ҡуя.  Шулай уҡ үҙ балаһының уҡытыусыһы буласаҡ уҡытыусы-әсәләр ҙә мөрәжәғәт иткәне бар.

Республика буйынса беҙҙең ун филиал эшләп килә. Йәй көндәре төрлө лагерҙарға сығып, ауыр холоҡло балаларға психологик ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаштылар. Ғәҙәти балалар менән дә, шулай уҡ ауыр холоҡло балалар менән дә эш башҡарылып, социаль-психологик яҡтан ярҙам күрһәтелде.

“Ышаныс компасы” ике йыл эшләп килә. Маҡсаты - хоҡуҡ төҙәтеү урындарынан сыҡҡан балаларҙы ғәҙәти тормошҡа өйрәтеп ебәреү. Бындай программа башҡа төбәктәрҙә лә эшләп килә. Барыбыҙҙың төп бурысы- киләсәктә бындай ауыр енәйәт эшләүҙән ҡурсалау.

Суицидҡа барыусы балалар, үкенескә ҡаршы, юҡ түгел.  8-800-2000-122 ышаныс телефонына балалар ҙа, ата-әсәләре лә мөрәжәғәт итә ала. Телефон аша ярҙам алмаһалар, мотлаҡ психологка күренергә кәрәк.

Йылына ике тапҡыр мөрәжәғәт итер өсөн психолог стоматолог түгел. Психолог ярҙамы кәрәк, тип иҫәпләйһең икән  ай һайын да мөрәжәғәт итергә була. Психолог ярҙамынан башҡа ла үҙендә йәшәүгә көс табыусылар, тормошон-йәшәйешен дөрөҫ ҡороусылар бихисап.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями