Ауыл хужалығы — халыҡты аҙыҡ-түлек һәм ҡайһы бер сәнәғәт өлкәһен сеймал менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ҡатмарлы тармаҡ. Ауыл хужалығында яңы технологиялар ҡулланыу үҙен аҡлаймы?!...
Тапшырыу авторы: Ришат Миндияров.
Ҡунаҡтар: республика фермерҙары ассоциацияһы рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса етәксеһе Рөстәм Кирәев.
Зифҡәт Сәйетғәлиев. Беҙ газета ла уҡыйбыҙ, радио ла тыңлайбыҙ. Ауыл хужалығы тармағы бик яҡшы яҡтыртыла, шуның өсөн радио хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт.
Көн, аҙна яңылығы – уңыш йыйыу тамамланыуға бара. Республика буйынса 2,5 млн. тонна иген йыйып алынды. Был халыҡтың тамағын туйҙырырға ла, малдарға ла, орлоҡҡа ла етә. Һауа шарттары башҡа йылдар менән сағыштырғанда ярарылыҡ булды. Тик өлгәшкән уңыш менән генә сикләнергә ярамай. Киләсәктә был күрһәткесте ике тапҡырға арттыра алабыҙ.
Ауыл хужалығы тураһында әйткәндә, ул 20 йыл эсендә яйлап-яйлап артҡа тәгәрәй башланы. Ә шулай ҙа, һуңғы бер-ике йылда хәлдәр бер аҙ яҡшырҙы, заманса техника, технологиялар ҡулланып, был тармаҡта ыңғай һөҙөмтәләр күҙәтелә.
Колхоздарҙы яңынан тергеҙеү тигәндә, бик ҙур хаталар ебәрелде. Бөтә донъяла коллектив хеҙмәт, кооперативта эшләү алға киткән. Беҙ ҙә кооперация менән шөғөлләнәбеҙ.
Санкциялар хаҡында бынан 30-35 йыл элек һөйләй башлағайныҡ, тик уның килеп етеренә ышанманыҡ. Хәҙер килеп, ябай кеше өсөн дә, етәкселеккә лә уяныу ваҡыты еткәндер. Сит ил самолеттарында осабыҙ, сит ил дарыуҙарын һатып алабыҙ.
Һуңғы ике йылда картуфты Израиль, Египеттан алып ҡайттыҡ. Ә беҙ, ни өсөн уңыш юҡ, тиһәк, ҡоролоҡ булды тип яуап бирәләр. Ә бит ул илдәрҙә бөтөнләй ямғыр яумай. Беҙҙең йәшәү шарттары шулай: тырышҡанда, һәр ерҙән уңыш алып була. Ирекһеҙҙән, үҙемдең Әлшәй районыныда эшләгән йылдарҙы миҫалға килтерәһем килә. Бер йәй ни бары 12 генә көн ҡоро торҙо, туҡтауһыҙ ямғырҙар яуыуға ҡарамаҫтан барлыҡ уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алдыҡ. Кешене ер генә түгел, океан, диңгеҙҙәр ҙә туйҙыра. Ә шулай ҙа, һәр эштең башланғысында кеше хеҙмәте ята.
Рөстәм Кирәев. Яңыраҡ Татарстанда Рәсәй буйынса ауыл хужалығына ҡағылышлы конференция үтте. Аti технологиялар ауыл хужалығында ҡулланыламы тигән һорау ҡуйылды. Краснодарҙан килгән коллегаларыбыҙ үҙҙәренең сығыштары менән уның кәрәклеген иҫбатланы.
Шулай уҡ, Белорусияла булған эш сәфәрендә миңә бына нимә оҡшаны - улар ауыл хужалығындағы ғилми тикшеренеүҙәрҙе бергә алып барып, продукцияны ситкә сығарып һатырға тырышалар. Ғилми-тикшеренеү институттарын финанслау ҙа яҡшы ойошторолған.
Беҙ күберәк ауыл хужалығы тармағында бай тәжрибә туплаған аҡһаҡал-ғалимдарыбыҙҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға тейешбеҙ.
Эш менән республика райондары буйлап күп йөрөйбеҙ. Етәкселектән, сәсеп кенә уңыш алырға теләнек, тигәнде лә ишетергә тура килә. Мәҫәлән, ҡайһы бер хужалыҡ гектарынан 10 центнер уңыш ала. Ә бит 50-гә еткергән хужалыҡтар ҙа бар. Һәр бер районға “Но-тил” технологияһын белмәйенсә индереү дөрөҫ түгел.
Яңы технолгиялар ҡулланыр өсөн уның белгестәре, агрономы бар икән, химик матдәләрҙе дөрөҫ ҡулланғанда улар эшләй ала.