Туризм - Башҡортостан киләсәге.

Донъяла бөгөн туризм ифрат йылдам үҫешкән тармаҡтарҙың береһе һәм ана шул тиҙ алға барғаны өсөн үткән быуаттың иҡтисади феномены тип баһаланды. Әлеге йөҙ йыллыҡта ла үҙенә шәп киләсәк юрала. Икенсенән, быға мәғлүмәти сәбәп, нигеҙ ҙә бар – иртәгә, 27 сентябрҙә, донъяла Туризм көнө билдәләнә.

Асыҡ студия
Туризм - Башҡортостан киләсәге.
Асыҡ студия

                                           

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.

Ҡунаҡ: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, республиканың туриндустрия союзы рәйесе урынбаҫары, туризмды ойоштороу буйынса бер нисә ойошма етәксеһе Кинйә Күскилдин.

 

Кинйә Күскилдин. Туризмға ҡарата  федераль, республика кимәлендә закон ҡабул ителгәндән  алып, ул  килем килтерә торған тармаҡ, эшҡыуарҙар өсөн эш урыны, тиһәк тә була. Туризм өлкәһендә мөмкинлектәр күп. Сабышы ни тиклем булһа,  табышын да шуға тигеҙләштерергә тырышабыҙ. "Урал батырҙың алтын билбауы" милли  туристик операторының генераль директоры  булараҡ та шуны әйтә алам, был идея беҙҙең туризм өлкәһендә эшләүселәр араһында күптән йәшәп килә ине. Сит илдәргә сыҡһаң, Башҡортостанды бик үк белеп бөтмәйҙәр. "Ҡайҙан килдегеҙ?",- тигән һорауға йыш ҡына Уралдан, тип яуап бирәбеҙ. Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, бай тарихы, ҡунаҡсыл халҡы менән таныштырыр өсөн исемде  "Урал батыр" эпосына бәйләп ҡуштыҡ.

Екатеринбургта туризм буйынса осрашыу-һөйләшеү булғанда "Урал батырҙың алтын билбауы" милли маршрутын тәҡдим иттек, уны хуплап ҡабул иттеләр.

Уның йөкмәткеһенә тарихи урындар буйлап экскурсия үткәреү, милли аш-һыу, тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыу инә. Был йүнәлеш бигерәк тә сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар  Башҡортостанды таныһын өсөн кәрәк. Һәр бер туристик объектҡа, районға етер алдынан шул төбәккә бәйле фильмдар күрһәтелә.

"Урал батыр" тигән   махсус  сайт буласаҡ,  тәҡдим ителгән маршруттар менән шунда танышырға була. Баш ҡалаға килеү мотлаҡ түгел. 

Ситкә ялға сығыусыларҙы киҫәтеп үтер инем, күпселек туроператорҙар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәмәй. Йә ҡунаҡханаларға урынлашыу тотҡарлана, йә булмаһа кирегә ҡайтыу өсөн самолетҡа аҡса күсерелмәгән була. Ҡайҙа барһағыҙ ҙа, шул  илдең ғөрөф-ғәҙәтен хөрмәт итегеҙ. Ә шулай ҙа 5 көн үтеү менән  тыуған Башҡортостаныбыҙ һағындыра. Республика буйынса сәйәхәт иткәндәргә мөрәжәғәт итер инем - Башҡортостанда  һеҙ  асмаған  "аҡ биттәр"  күп.

Туризм - эшҡыуарлыҡтың бер төрө. Уның киләсәге бик яҡшы буласаҡ. Бер йыл эсендә был өлкәне һайлаған эшҡыуар килемгә өмөт тә итә алмай. Яйлап-яйлап, эшләп тапҡан аҡсаңды үҙең һайлаған өлкәне үҫтереүгә йүнәлтергә кәрәк. Барығыҙҙы ла Туризм көнө менән!

 

 

 

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями