Халыҡ университеты.

2011-се йылда республикала “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” тип аталған маҡсатлы программа эшләй башланы. Уның төп маҡсаты – өлкән быуын вәкилдәренә хәҙерге йәмғиәткә яраҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырыу һәм уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу.  Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, өс йыл эсендә 50 меңдән ашыу пенсионер халыҡ университетында белем алған.  Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө айҡанлы беҙ студияға Өсөнсө быуын халыҡ университетынан ҡунаҡтар саҡырҙыҡ.

Асыҡ студия
Халыҡ университеты.
Асыҡ студия

Тапшырыу авторы Зөһрә Арсаева.

  Бөгөнгө программала Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алыусы Римма Яҡупова һәм Рәмилә Дулмағанова ҡатнаша.

Римма Яҡупова. Нижегородкала йәшәйем. Унда мәҙәни учреждениелар юҡ. "Өсөнсө быуын" университетында компьютер, инглиз телен, психология өйрәндем. Аҙна һайын унда белгестәр килә, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға  яуап бирәләр. Үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса һорауҙарҙы  асыҡлайбыҙ. Пенсияға  сыҡҡас  төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыштым. Эш күп ине,  баҡса  менән булыштым. Хәҙер университетҡа  йөрөйбөҙ. Кино, театр, музейҙарға  йөрөү бушлай. Төрлө саралар, уйындар  ойошторола. Үҙем инвалидмын. Хөкүмәт төрлө социаль ярҙам күрһәтә. Юл ташламалары бар ҙа ул, әллә ни льготалар юҡ  инде  хәҙер. Пенсияға  шөкөр итеп йәшәйбеҙ.15-тән ашыу  йүнәлештә шөғөл табырға  була беҙҙең университетта. Төрлө  мәҙәни сараларға йөрөйбөҙ,беҙҙең университетта уҡыусылар Ҡазанға  барҙылар, Петербургҡа йыйыналар. Теләгән һәр кемде саҡырабыҙ, адресыбыҙ: Коммунистик урамы, 39-сы  йорт.

Рәмилә Дулмағанова. 50 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләнем.70 йәштә пенсияға сыҡтым. Һәм юғалып ҡалдым. Ә бергә еңелерәк. Университетта директорыбыҙ Р.Хәйҙәров яҡшы ҡаршыланы. Яңы технологиялар асылды, компьютерҙа аралашырға өйрәндек, кем нимә  өйрәнергә теләй, шуға мөмкинлек  бар.  10-сы  лицейға  рәхмәтлебеҙ. Унда   парикмахер һөнәренә өйрәндек, сертификаттар алдыҡ. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау  министрлығына ярҙам өсөн рәхмәт, шулай уҡ Башавтотрансҡа беҙгә льготалар биргәне өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

"Айыҡлыҡҡа юл". Спикер - медицина фәндәре докторы, профессор, Сәлиә Мырҙабаева.
"Айыҡлыҡҡа юл". Спикер - медицина фәндәре докторы, профессор, Сәлиә Мырҙабаева.
Асыҡ студия
Республикала Граждандар оборонаһы айлығы. Спикер - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Фирҙәүес улы Вәхитов.
Республикала Граждандар оборонаһы айлығы. Спикер - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан баш идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Ленар Фирҙәүес улы Вәхитов.
Асыҡ студия
Яугирҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау. Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш. Спикер - Республика хәрби бәрелештәр инвалидтары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Рафаил улы Ниғмәтйәнов.
Яугирҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау. Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш. Спикер - Республика хәрби бәрелештәр инвалидтары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Рафаил улы Ниғмәтйәнов.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Пенальти