Республикалағы социаль-иҡтисади мәсьәләләр.

Бөгөн илдәге һәм республикалағы ижтимағи-сәйәси һәм уның йоғонтоһондағы социаль-иҡтисади мәсьәләләр тураһында һөйләшмәксебеҙ. Һәм тапшырыуҙа төп мәсьәлә – сәйәсәттең иҡтисадты билдәләүе, әле әйтелгән бурыстарҙың тотош Рәсәйҙә, Башҡортостанда нисек үтәлеүе, бының ни дәрәжәлә мөһим булыуы.

Асыҡ студия
Республикалағы социаль-иҡтисади мәсьәләләр.
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.

Ҡунаҡтар: иҡтисад фәндәре докторы, фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры  Хәлил Барлыбаев һәм «Асыҡ дипломатия үҙәге» халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Наил Мырҙагилдин.

 

Хәлил Барлыбаев. Беҙҙең республика Хөкүмәтенең әллә ни ҙур вәкәләте юҡ, күп вәкәләттәрҙе Мәскәү үҙенә алған. Бигерәк тә иҡтисад, сәйәсәт өлкәһендә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе урындағы органдарға ҡалдырған. Иҡтисад үҫешендә билдәһеҙлек ҙур, киләсәктә йәштәр нисек йәшәр, әйтеүе ауыр. Шулай ҙа, халыҡ төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, ҡайғырырға тейеш түгел. Иҡтисад, сәйәсәт халыҡтан айырым үҫешә, ә халыҡ үҙенсә  йәшәй.

Фәнни саралар үтеп торорға тейеш. Яңыраҡ эҙләнеү институты ойошторған конференция бик йөкмәткеле, үткер сығыштарға бай булды. Рәсәйҙең, Башҡортостандың иҡтисад хәле, 2008 йыл менән сағыштырғанда,  2014 йылда  күпкә артҡа китеүе билдәләнде. Эш хаҡы кәмеүе, эшһеҙлек артыуы күҙәтелә. Илдә, донъя кимәлендә, республика ауыл-ҡалаларында “тотороҡло үҫеш стратегияһы” тигән төшөнсәне индерергә,үҫтерергә кәрәк, шул саҡта  алға китеү булыр ине, тигән сығышымды йылы ҡабул иттеләр, шикелле.

Хаҡтар күтәрелеүе инфляцияға бәйле. Хөкүмәт контроль эшләй алмай, баҙар ғына булдыра ала, тигән фекерҙәр йыш яңғырай. Урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе яйға һалырға кәрәк, баҙар хаҡтарҙы үҙенсә көйләй. Етештереү кимәле юғары булғанда ғына хаҡтар кәмейәсәк. Үҙебеҙҙең продукцияны сифатлы итеп етештереү мөһим, сеймал һатып ҡына бай йәшәй алмайбыҙ.

Иҡтисадтың түбәнгә төшөп,  тотҡарланып тороуының ҡасан булыуы билдәһеҙ. Бюджетҡа килгәндә, Дәүләт Думаһы бюджет тураһында документ бирергә тейеш, улар уны уртаса алып билдәләй.

Ябай халыҡ һәр ваҡыт үҙенең йәшәйешен алып барыу юлын тапҡан, әлеге иҡтисади көрсөк  мәсьәләләре олигархтарға ҡағыла. Халыҡ күпме аҡсаһы бар, шуны ҡуллана белә.

 

Наил Мырҙагилдин. Рәсәй Федерацияһына әлеге мәлдә эшләүе ауыр, сөнки   федераль бюджет 60-70 процент нефттең килеменән тора. В.Путин үҙенең федераль йыйылышҡа тәҡдимендә, йылына 6 процент сеймал булмаған тармаҡты үҫтерергә кәрәк, тине.

Республика Хөкүмәтендә Эшҡыуарлыҡ һәм Туризм комитеты барлыҡҡа килде. Башҡортостанда яңы  производстволар асылмай, шуның өсөн эшҡыуарлыҡты үҫтерергә кәрәк. Рәсәй һәм Башҡортостан глобаль процесстарҙан тороп ҡала алмай, һәм ул бик ныҡ йоғонто яһай.  Республиканың потенциалын үҫтерергә кәрәк.

Хаҡтарға килгәндә, Хөкүмәт хаҡтарҙы тота алмай.  Мәҫәлән, Ҡытай экспорт менән байыған. Шундай ысулдар ҡулланырға кәрәк.

Нефть хаҡын беҙ билдәләй алмайбыҙ. Ул өҫкө ҡатламда бөтөп бара, түбән ҡатламдан күтәрер өсөн технологияны сит илдән алырға мәжбүрбеҙ.

Иҡтисади үҫеш булһын өсөн Хөкүмәткә ышанып ятмай, кесе эшҡыуарлыҡ менәндә шөғөлләнергә кәрәк.

ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
ЭШ ТҮГЕЛ, ЭШСЕЛӘР КӘРӘК
Асыҡ студия
"Рәсәй - спорт державаһы"  халыҡ-ара форумы.
"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы.
Асыҡ студия
Артҡа ҡарап алға барыу
Артҡа ҡарап алға барыу
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ