Мәҙәниәт йылына арналған коллегия.

Илдә, беҙҙең республикала ла, Мәҙәниәт йылы бара һәм бөгөнгө тапшырыу үткән туғыҙ айҙа уға ярашлы эшләнгән эштәрҙең береһе – ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтарын тергеҙеүгә арнала. Тәүге тәжрибә майҙансыҡтары  Салауат, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай райондарында барлыҡҡа килде лә инде.

Асыҡ студия
Мәҙәниәт йылына арналған коллегия.
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.

 

Маргарита Сәфәрғәлина, Салауат районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире. Арҡауылда күп функциялы мәҙәниәт йорто барлыҡҡа килде.Үҙәктә картиналар галерияһы эшләй, ял итеү бүлмәләре бар, модель-китапхана ремонтланды. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм Харис Йосоповтың музейҙары барлыҡҡа килде.

Зөлфиә Дүсәлина, Ишембай районы Этҡол мәҙәниәт йорто директоры. Мәҙәниәт йорто 1986 йылда асылғайны, шунан алып ремонт күргәне булманы. Быйыл яңынан ремонт эшләнде, бөтә йыһаз яңыртылды. Төрлө конкурс-смотрҙарҙа ҡатнашып, гел беренсе урындар алабыҙ.

Мәҙәниәт йортона халыҡ теләп йөрөп. Ололарға ла, балаларға ла тәғәйен программаға ярашлы эш алып барабыҙ.

Ләйсән Һөйөндөкова, Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе. Этҡолда 986 кеше йәшәй, 95 проценты – башҡорттар. Халыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Яңыртылған Мәҙәниәт йортонда ҡунаҡ бүлмәһе бар. Хеҙмәткәрҙәр төрлө осрашыуҙар, дискуссиялар ойошторалар, фольклор-вокал кабинеты эшләй. “Умырзая” фольклор ансамбле район-республика сараларында әүҙм ҡатнаша. Декоратив-ғәмәли кабинетыбыҙ ҙа бар.  Киләсәктә лә халыҡ еңеүҙәр менән шатландырыр, тип ышанам.

Рәфис Әхмәтрәхимов, Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире. Коллегияла бик мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Райондарҙа эш алға бара. Дәүләкән районында ла  мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс һалына. Ремонт эштәре атҡарылды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың юбилей саралары үтте, уның исемендәге премиялар тапшырылды.

Миңзәлә Баймырҙина, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире. Был мәҙәниәт йортонда күңелгә рәхәт. Һис шикһеҙ, бында халыҡ йөрөргә тейеш. Быны үҙебеҙҙең районда ла булдырырға тырышырбыҙ,  әллә ни тиклем күп аҡса талап ителмәй. Беҙҙең Хәйбулла ла Мәҙәниәт йылына бәйле саралар өс йыл дауам итәсәк.

Флиҙә Мөхәмәтйәнова, Кушнаренко районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире. Бындай мәҙәниәт йортон күреү үҙе ҡыуаныс. Әгәр килеп клубтарҙы япһаҡ, халыҡ рухи аҙыҡты ҡайҙан алыр…  Беҙҙең районда ла мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Район-республика кимәлендә конкурс-фестивалдәр ойошторола, коллективтар, айырым сығыш яһаусылар районыбыҙҙың данын күтәрә.

Шәүҡәт Салауатов, Белорет районы Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы. 2011 йылда Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов яңы мәҙәниәт йорто төҙөргә вәғәҙә иткәйне.Проект әҙер, эш аҡсала.

Фото №1 - Мәҙәниәт йылына арналған коллегия.
Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
уфавсердце