Дәүләт Думаһы депутаттарының илде 4 көнлөк эш аҙнаһына күсереү тәҡдиме.

Көндөң иғтибар үҙәгенә сыҡҡан яңылығы – Дәүләт Думаһы депутаттарының илде 4 көнлөк эш аҙнаһына күсереү тәҡдиме. Башланғыстың авторы - Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы. Ойошма вәкилдәренең фекеренсә, былай булғанда эш урындары күбәйә, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы нығый, мөхит яҡшыра һәм башҡалар. Был осраҡта 10 сәғәтлек эш көнө булдырыла. Һөҙөмтәлә 40 сәғәтлек хеҙмәт аҙнаһы килеп сыға, йәғни , әлегесә. Һәр хәлдә, Дума мәсьәләне түңәрәк “өҫтәлдә” тикшерергә йыйына.

Асыҡ студия
Дәүләт Думаһы депутаттарының илде 4 көнлөк эш аҙнаһына күсереү тәҡдиме.
Асыҡ студия

 

Тапшырыу авторы: Рәсүл Сәғитов.

 

Ҡунаҡ: Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты доценты Илдар Ғәбитов.

 

Илдар  Ғәбитов. Күп кеше өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡ булыуға ҡарамаҫтан, был тәҡдим Дәүләткә үтмәҫе билдәле ине.  Әлбиттә, ғалимдар иҫбатлауы буйынса, өс көн ял итеү иҡтисади йәһәттән дә, һаулыҡ яғынан да яҡшы. Кеше күберәк ял итһә, дүрт көн эсендәге хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары, сифатлы була. Беҙҙә ике система: беренсеһе көнөнә һигеҙ сәғәт эш сәғәте, икенсеһе сифаты һәм күләме буйынса эш хаҡы алыу.  Хеҙмәт дисциплинаһына килгәндә, түрә үҙе лә  хеҙмәткәрҙең  ике сәғәт эсендә эшен атҡара алыуын аңлап тора, әммә эш биреүсе  булараҡ уға хеҙмәткәренең  тейешле 8 сәғәтен тултырыуы мөһим. Бөгөн күп эштәрҙе өйҙә ултырып ҡына башҡарып була. Әммә был ысулды ҡулланғылары килмәй. Юридик яҡтан ҡарарға ла кәрәктер- Халыҡ-ара ойошма менән килешеү төҙөгәнбеҙ икән, беҙ уны үтәргә тейеш. Хөкүмәт ағзаһы  Голодец ҡаршы булыуын белдерҙе.

Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек өлкәһен алып ҡарайыҡ. Был тармаҡта бизнесты үҫтереү өсөн  кешене нисек күберәк ризыҡҡа ылыҡтырырға?!. Һәр телеканалда “Тәмле” кеүек тапшырыуҙар бар. Кешенең мотлаҡ ашаған, тәғәйен ризығы булыуға ҡарамаҫтан, икенсе ризыҡтарҙы көсләп тағырға тырышабыҙ. Унан  килеп тән ауырлығынан ҡотолоу өсөн тренер, фитнес-клубтар, диетологтарға аҡса эшләү юлы асыла. Һимеҙ кешеләр булмаһа пластик-хирургтар ҡайҙан эш, аҡса табыр?!. Фармацевт  табипҡа, табип уларға эш таба. Кешегә кәрәкме, кәрәкмәйме рецепт яҙыла, кеше ҡурҡышынан шул дарыуҙарҙы ала. Эскелеккә ҡаршы дарыу юҡ түгел, ә уның булыуы ресторан, араҡы етештергән заводтарға эшһеҙлек менән янай.  Был йәһәттән төрлө һөнәргә бәйле сылбырҙы әллә күпмегә һуҙырға була. Бындай иҡтисад беҙҙең ресурстарҙы сарыф итеү өсөн тыуған.

         Өс көн ял булғанда уны  файҙалы  итеп үткәрер инек. “Ялҡауланыу” тигән мәсьәлә мине электән борсой һәм әгәр һин эшеңде ике сәғәттә эшләп өлгөрәһең икән, тимәк  алты  сәғәтен “сабата туҙҙырыу”, тип атар инем. 

         Халыҡтың төп массаһы артыҡ эшләргә яратмай, түрәләр күренмәһә, эшләргә тырышмайбыҙ. Эш кешегә йәшәү сығанағы ғына булып тора.

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Волна
уфавсердце